18.10.2010 Кобзон йығылған
Билдәле йырсы Иосиф Кобзон ҡаҙағстанда рухи мәҙәниәт форумында сығыш яһап торғанда аңын юғалтып ҡолаған. Шундуҡ табип саҡырғандар һәм ул 5 минуттан 73 йәшлек артисты иҫенә килтергән. Кобзонды зал аяғөҫтә тороп алҡышлаған. Йырсы сығышын дауам итмәксе булған да ул, әммә хәле барыбер самалы ҡалғанлыҡтан, докладын тамамлай алмаған. Уны президент клиникаһына һалғандар. Сәхнә тормошонда Кобзон күп кенә көсөргәнеш кисергән. Мәҫәлән, уның көнөнә 12 концерт биргән ваҡыты ла булған, иң «оҙон» концертты ла ул ҡуйған (12 сәғәт). Кобзон айына 40-тан ашыу тапҡыр оса икән. Етмәһә, ул «Рәсәйҙең рекордтар китабы»на индерелгән – Кобзон илдең иң титулы артисы. Бына шундай Кобзоныбыҙға көс төшкән.