13.11.2012 Хәрби табип һеҙҙең һорауҙарға яуап бирә
Киләсәктә Рәсәй ҡораллы Көстәре сафын тулыландырасаҡ Башҡортостан егеттәренең һаулығы нисек? Һаулығында ниндәй тайпылыштар булғандарҙы армияға алмайҙар? Хәрби-табип комиссияһының эше менән ҡәнәғәт булмағанда ҡайҙа мөрәжәғәт итергә? Был һорауҙарға яуап табырға теләйһегеҙ икән, 27 ноябрҙә сәғәт 11-ҙә гәзит уҡыусылар менән „тура бәйләнеш”кә киләсәк БР Хәрби комиссариатының Республика хәрби-табип комиссияһы рәйесе, запастағы полковник Роберт Әмин улы Йыһангировҡа шылтырата алаһығыҙ. Һорауҙарығыҙҙы хат, ye02@yandex.ru адресы буйынса электрон почта, 273-46-38 телефоны аша бирергә мөмкин.