RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Был донъяға ни булған?

19.10.2012 Был донъяға ни булған?

Билдәһеҙ хайуандар Баймаҡ районы Сәйғәфәр ауылы халҡының һарыҡтарын ҡырған
Күптән түгел генә гәзитебеҙҙә Белорет районының Әзекәй ауылында кәзәләрҙе ниндәйҙер хайуандың тамаҡлап сығыуы хаҡында мәҡәлә күргәйне. Ауыл халҡы быны берәҙәк эттәрҙән дә күрҙе, шул уҡ ваҡытта бүре булыуы ла ихтимал, тип шик белдерҙе. Хәҙер ошондай уҡ хәл Баймаҡ районының Сәйғәфәр ауылында ҡабатлана. Тик был юлы унда һарыҡтар зыян күргән. Биш-алты кешенең малын пыран-заран килтерә улар. Өлгөргәндәр тәләфләнгән малының һуйып алырҙайын һуйып ала, ә кемдәрҙеңдер күпме көс түгеп ҡараған хәләл малы бер нисә сәғәт эсендә юҡҡа сыға. Тәүге тапҡыр ғына түгел был хәл, яҙҙан алып бында эттәр ҡотора, һарайҙарға инеп, һарыҡтарҙы ҡыра.
– Өй беренсә килә инде улар. Нисә кешенең һарығын ҡырҙылар. ҡарауһыҙ эттәр күп бит. Эт тотҡас, әллә ниңә бәйләмәйҙәр. Һарыҡтарҙы беҙҙә урам-урам сиратлап көтәләр. Көтөүгә лә килә икән улар. Теге юлы балалар һарыҡ көтөргә киткәс, ҡотом осоп ултырҙы. ҡаҙҙарға ла тейәләр. Минең дә ике ҡаҙым юҡ булды. Йә шул эттәрҙе берәй нәмә эшләтмәйҙәр, – тип һөйләй был хаҡта Миңнур Аҡбулатова.
Фәрит Сафин, Илдар Рахманғолов, Мансур Кидеғошов, Рәүил Дәүләтбирҙин, Яңыбай Әбилев, Кинйәбай Йәрмөхәмәтов, Нил Ласыновтарҙың малы берәҙәк эттәрҙең ҡорбанына әүерелгән. Сиратта кемдеке?
– Килеп тороп етеҙҙәр, нисек ҡойма аша инәләр тиең. Беҙҙең дә һарайға ингәндәр, дөбөр-шатыр килгән тауышҡа кейәү сығып, күреп ҡалды. Өс һарыҡҡа йәбешкәндәр, икәүһен һуйып алдыҡ, берәүһе йүнәлеп китте. Үҙебеҙҙең эт тупһа янында тик ята, өрмәй ҙә, ҡурҡҡанмы икән?! Эттәр ҡоторғандыр ул. Хәҙер урамға сығыуы ла ҡурҡыныс, кешегә ташланмаҫ тимә. Кемдер төндә эштән ҡайта, йомошо менән күршеһенә бара, – ти Айгөл Юлдыбай ҡыҙы, эттәрҙең был ҡылығына ғәжәпләнеп.
Ауыл халҡы хәҙер нимә уйларға ла белмәй. Эттәр һөжүм итәме, бүреме, әллә башҡа хайуанмы? Сөнки ғүмер буйы этте кешенең тоғро дуҫы тип белгәнлектән уларҙың шул тиклем йыртҡыслығы башҡа һыймай. Өҫтәүенә, улар һарыҡтарға һөжүм иткәндә ниңәлер хужаларҙың эттәре өнһөҙ ҡала.

С. ЗӘКИЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне