12.10.2010 Эх, йәштәр…
Республика наркополицияһы сираттағы ҙур эшен тамамланы – наркотик әйләнеше менән «эшҡыуарлыҡ» иткән енәйәтселәрҙе ҡулға алды. Өфөлә енәйәти төркөмдөң 20 ағзаһы тотолдо. Шуныһы хәтәр: тотолоусылар 19 - 24 йәшлек кенәләр. Барыһы ла тиерлек эшһеҙҙәр. Наркотиктарҙы һатыу яйға һалынған «тайник» системаһы буйынса башҡарылған. Наркополиция 14 тентеү үткәргәндән һуң 600 мең һум менән баһаланған 400 г героин, 50 кеҫә телефоны, 37 сим-карта, 34 банк картаһы, төргәктәр, ноутбуктар, компьютер, модемдар, GPS-навигаторҙы ҡулға алған. Ике фатир диспетчер пунктын үтәгән, йәғни наркотиктарҙы ҡаптарға һалып, курьерҙарға ошонан ебәрелгән, компьютер аша иҫәпкә аҡса күсеү-күсмәү тикшерелгән. Тағы бер күңелде ҡырған нәмә: енәйәтселәр йәш, етмәһә, үҙҙәре сәләмәт тормош алып бара, спорт ҡаҙаныштары ла бар. Нишләйһең, насар юлдан китеүҙәренең «емешен» татыһындар хәҙер.