12.10.2010 Аномаль һыуыҡ ҡыш көтөлә
"Росгидромет" етәксеһе Александр Фролов әйтеүенсә, быйыл ҡыш үтә һыуыҡ булмаҡсы. Сәбәбе - Мексика ҡултығының нефть менән бысраныуы арҡаһында Гольфстримдың аномаль һыуыныуы.
Рәсәй WWF-ның климатик программаһы етәксеһе Алексей Кокорин фекеренсә, быйылғы аномаль һыуыҡтарҙың эҙемтәләренең хәтәр булыуы ихтимал - көслө ел-дауылдар ямғырҙар, бурандар күҙ асҡыһыҙ буласаҡ. Шунлыҡтан климатик үҙгәретәргә психологик яҡтан да, физик яҡтан да әҙерләнеү мөһим. Тик һәләкәттәргә, үлемгә алдан әҙерләнtп буламы икән? Барыбер ҡурҡыныс!