02.10.2012 Иғтибар! Бурҙар!
Баш ҡалабыҙ Өфөлә фатирҙарҙан ҡиммәтле әйберҙәр урлаусы бер төркөм енәйәтсе эшләй. ҡорбандары итеп оло йәштәге яңғыҙ йәшәүселәрҙе һайлаусы был әҙәмдәр үҙҙәрен торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, социаль хеҙмәт күрһәтеү кеүек урындарҙа эшләүселәр булараҡ таныта. Енәйәтселәргә ышанған ололар уларҙы фатирына бер тотҡарлыҡһыҙ үткәрә һәм күҙ асып йомғансы ҡиммәтле нәмәләренән яҙа.
Енәйәтселәр ҡулынан зыян күреүселәр ярҙамында бурҙарҙың фотороботы төҙөлгән. Шаһиттар әйтеүенсә, бурҙар өсәүләшеп эшләй, уларҙың барыһы ла ир-ат. Әммә енәйәтселәрҙең күберәк тә булыуы ихтимал.
Республика буйынса Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре яңғыҙ йәшәүсе туғандарығыҙға бындай осраҡтар тураһында һөйләүегеҙҙе, аңлатыуығыҙҙы үтенә. Йорт эсенә таныш булмаған кешеләрҙе бөтөнләй индерергә ярамай. ҡағиҙә булараҡ, социаль хеҙмәт күрһәтеү органдарында эшләүселәр менән оло кешеләр яҡындан таныш була. Шуға ла барығыҙҙы ла иғтибарлы булырға, мут әҙәмдәрҙе күргән ваҡытта шундуҡ полицияға мөрәжәғәт итергә саҡырабыҙ. Республикала 128 номеры буйынса ышаныс телефоны эшләй.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.