07.10.2010 Рәсәй тағы ситтә ҡалды
«Forbes» журналы теләһә ниндәй өлкәлә рейтинг төҙөй ҙә ултыра. Әле бына донъяның иң йоғонтоло ҡатын-ҡыҙҙарын һанағандар. Кем беренсе тип уйлайһығыҙ? Әлбиттә, шул Америка тирәһенән инде. Улай ғына ла түгел, ә АҡШ Президенты Барак Обаманың хәләл ефете Мишель исемлектең иң юғары баҫҡысында. АҡШ-тағы беренсе леди милләт һаулығы өсөн көрәше, иленең сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнашыуы менән шулай ҙур баһаланған. Президент ҡатыны бер нәмә эшләмәй өйҙә ятһа ла йоғонтоло була инде ул. Икенсе урында «Кraft Foods» компанияһы башлығы Ирэн Розенфельд, өсөнсөлә - «телейондоҙ» Опра Уинфри. Улар ҙа Американыҡылар. Быға тиклем дүрт йыл рәттән беренселекте берәүгә лә бирмәгән Германия канцлеры Ангела Меркель дүртенсе баҫҡысҡа төшкән. АҡШ-тың дәүләт секретары Хиллари Клинтон – бишенсе. «Forbes» быйылғы исемлеккә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙарын индермәгән. Әллә йоғонто яһай алырлыҡ «файҙалылары» юҡ, әллә беҙҙең илде әҙәмгә һанамауҙары?