05.10.2010 Түрә аварияла ғәйепле була алмай!?
«Медиалогия» системаһы Рәсәйҙең киң мәғлүмәт сараларында иҫкә алынған чиновник йә уларҙың туғандары ҡатнашлығындағы юл һәләкәттәрен һанап сығарған да шундай һығымтаға килгән: түрәлегең ни тиклем юғары, аварияла ғәйебең шул тиклем әҙерәк буласаҡ. Үәт! Ә матбуғатта һуңғы туғыҙ ай эсендә әлеге категория граждандары ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәһе хаҡында мең ярым мәғлүмәт булған. ҡайҙа ла ябай кешегә светофорҙың ҡыҙыл ғына төҫө яна.