05.10.2010 Башҡортостан һауа юлында «тығын» булырмы икән?
Республиканың баш ҡалаһы аэропорты тиҙҙән тағы ла бер авиакомпания самолеттарын ҡабул итә башлаясаҡ. Өфө менән хеҙмәттәшлек итергә «Скай Экспресс» компанияһы күптән ынтыла ине. Хәҙер 1 ноябрҙән Мәскәүҙең «Внуково» аэропорты менән беҙҙең арала Боинг-737 самолеттары оса башлаясаҡ. Маршрутты яҙын уҡ планлаштырһалар ҙа, транспорт етмәү сәбәпле, асмай торғандар. Тәүге мәлдә рейс аҙнаһына өс тапҡыр – дүшәмбе, шаршамбы һәм йома – башҡарыласаҡ. Мәскәүҙән төнгө берҙә ултырып, Өфөгә 05.15-тә килеп тә төшәһең. Кирегә табан 06.40 сәғәттә Өфөнән ҡуҙғалып, Мәскәүҙә теүәл етелә булаһың икән. Әлбиттә, барыһын да осоу хаҡы ҡыҙыҡһындыралыр. Авиакомпанияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тәүҙә 1900 һумды тәшкил итәсәк, һуңыраҡ инде, кем осоуына ҡарап билдәләнәсәк.
Әйткәндәй, бөгөн беҙҙең «Өфө» аэропорты «Аэрофлот», «ЮТэйр», «Авианова», «Сибирь», «Трансаэро» авиакомпаниялары самолеттарын да ҡабул итә. Абайлабыраҡ күҙәтһәң, самолеттар гөжләп осоп тора, тиергә лә була. Тиҙҙән һауала ла «тығын»дар булмағайы.