18.04.2012 Офө-2: Тарих диңгеҙенә тишек кәмә килешмәй
Башҡорт тамыры тәрән – донъя-ғаләм-тереклек яратылмыш мифик тәүзамандарға барып тоташҡан; шулай ҙа быны, белә-күрә тороп та, башҡорттоң үҙенән башҡалар күрергә лә, танырға ла теләмәй һымаҡ, сөнки айырым бәндәләргә хас эгоизм этностарҙы ла уратып үтмәгән: һәр ҡайһыныһы тәүбашта үҙ тамырын ҡайғырта, уны донъялағы иң-иң тәрәне итеп дәлилләргә, танытырға тырыша, ә ысынын (үҙҙәренән башҡаны) күрмәмешкә һалыша. Шунлыҡтан, бәғзеләрен әйтеп тә тормайынса, иң яҡын күршеләребеҙ, хатта үҙҙәрен башҡорттоң игеҙәк туғаны тип фәстереүселәр ҙә (ысынтылап төпсөнһәң, игеҙәк түгел, ә башҡорттан аҙмыш туғандар улар) ер йөҙөндә “башҡорт” тигән милләт барлығын оноторға, бүтәндәрҙән дә онотторторға тамшанып ыҙа сигә -- барҙы юҡ тип иҫбатлауы еңел түгел. Империяның тынсыу сәйәси мөхитендә шуға ярашлы остаздарҙан ғилми дәрәжәләр алып, фән кандидаты, докторы, академик исемдәрен ғорур айбарлап йөрөткән үҙебеҙҙең “милли зыялы”ларыбыҙ араһында ла, үҙҙәренең хаҡ-асылын, тупрағын һәм тамырҙарын иҫләп тә тормайынса, кемдәрҙеңдер тишек “ғилми” кәмәһенә ҡырын ятып тыныс ҡына ағып барған “уҙаман”дарыбыҙ аҙ түгел. Улар хатта фәнни мәсьәләләрендә лә, һынау барышында шпаргалка көҫәгән шуҡ уҡыусыларҙай ҡолаҡтарын ҡарпайтып, фәҡәт юғарынан йә ян-яҡтан “күрһәтмә”ләрҙе ҡабул ҡылып доғалай ҡабатларға, кәрәк икән -- алҡышлап ҡул сабырға йәтешләнгән. Ә ул “остаз күрһәтмәһе” күрәләтә Уралдағы башҡорт тамырын киҫә: йәнәһе, башҡорт ырыуҙары бында иртә урта быуаттарҙа ғына Алтайҙан һәм башҡа сит тарафтарҙан ел ҡыуалаған ҡамғаҡтарҙай тәгәрләп-күсеп килгән, беҙҙең эраның XI быатына тиклем Уралда, башҡорттоң ғына түгел, ғөмүмән төрки заттың еҫе-ҡоҫо булмаған... Ошо “Алтай тәғлимәте”н уйлап сығарған колонизатор остаздарының көр һулышын йәндәренә һеңдергән был ҡустылар, теләйме-теләмәйме, үҙ тамырына сабылыусы балта һабы рәүешендә хеҙмәт итә шайтанға.
Әйтәйек, беҙҙең эраға тиклемге бик боронғо замандарҙан уҡ тарихи Башҡортостан тупрағы донъяның дүрт тарафының да риүәйәттәрендә изге ҡибла – “Хоҙай ере”, “Ожмах баҡсаһы”, “ҡалалар иле” итеп данланыуы, донъя халыҡтары мифологияһының, диндәренең ошонда нигеҙләнеүе, шул сал замандарҙан уҡ Өфө ҡалабыҙ бөтөн ҡитғаның дини-мәҙәни үҙәге булыуы тураһында (интернеттағы сайтымдағы “файлы” бүлегендә Әҫәрҙәремдең XI томын ҡарағыҙ йә күсереп алығыҙ – аҡса түләү кәрәкмәй) бынан күп йылдар элгәре үк матбуғатта иғлан ителә, хатта китаптар сығарыла килһә лә, бәғзеләребеҙ ошоларҙы күрмәмешкә-белмәмешкә һалышыуҙы, һыу уртлағандай өндәшмәй ҡалыуҙы хәйерлегә һананы, ә ҡайһы бер томаналарыбыҙ аҡылдары һыйҙыра алмаған яңылыҡтарҙы сапсынып кире ҡаҡты. Әммә осло беҙ тоҡта оҙаҡ ятмай, тере ҡуҙҙы серек һалам ҡапламай. Көндәрҙән бер көндә, Хоҙай Бабай үҙе бойороп, буғай, сал тарихтың төбөнән үк көтөлмәгән архефакт -- “Өфө-2” ҡалаһы ҡарпып сыҡҡас, мәсьәләгә күҙ йомоп ҡына ҡараусылар ҙа, йоҡомһораусылар ҙа ҡапыл тертләп-тетрәнеп, баш ҡалҡытҡан хәйерһеҙҙе һәм уның донъяға асыусыһы академик Н.А. Мәжитовты күңелдәрҙән ҡырсып кире күмергә, ил күҙенән олаҡтырырға тырышты һәм тырыша. “Аргумент”тары үҙҙәренсә берәгәй: донъяла “башҡорт” тигән ҡәүем булмаған, Уралға ел ыңғайында ниндәйҙер Алтай тарафынан ҡыу ҡамғаҡтай тәгәрләп килгән ҡырағай төркөмдө кемдер “башҡорт” яһап уйлап сығарған. Өфө ҡалаһын да, имеш, ни бары ун алтынсы быуат ахырында цивилизациялы “өлкән ағай”ҙар биналаған; ә боронғо ғәрәп авторҙарының, шул иҫәптән атаҡлы Ибн-Фаҙландың, башҡорттар тураһындағы яҙмалары – һис кенә лә тарихи ҡомартҡы түгел, ә уйлап сығарылған ылғый әҙәби уйҙырма ғына (һуңғыһы -- Өфөләге тарих фәндәре докторы В.А. Ивановтың “У подножия Рифейских гор” тигән китабынан). Хатта “Урал батыр” эпосын да 60-сы йылдар “Ағиҙел” журналында ғилемле бер азаматыбыҙ: “Беҙҙең эраның ун алтынсы быуат әҫәре, ә уның геройы Урал – шул быуатта йәшәгән реаль шәхес”, -- тип кинәнеп раҫлағайны... Заманында үҙе лә шул коллегаларынан әллә ни ары китә алмаған археолог Н.А. Мәжитов (әлеге азаматыбыҙҙың абруйлы остазы), шулай ҙа баяғы ғәҙеллекле Хоҙай Бабай бойороғонан һиҫкәнеп, буғай, нигеҙе Нух заманындағы “Өфө-2”-не, үтә һаҡсылланып ҡына, беҙҙең эраның бишенсе быуатына ялғағас һәм атаҡлы ғәрәп географы әл-Идрисиҙың 1154 йылғы донъя картаһына таянып нығытҡас, ғалимыбыҙ көтмәгәндә бәғзеләрҙең ғилми-сәйәси күҙенә оторо тегәнәктәй ҡаҙалды, әммә берыңғай ҡайһы бер йоҡосо вайымһыҙҙарыбыҙҙың да эсенә йән йүгереп, географик ҡомартҡының киҫәк-ҡоҫаҡ күсермәләре, ниһәйәт, ойоп ятҡан төбәгебеҙ матбуғатында салынды, ләкин былар, шул иҫәптән Н.А. Мәжитов уҙаман таянғаны ла, үкенескә ҡаршы, ысын Идрисиҙекенән аймылыш – яңылыш һәм буталсыҡ (бөтәһе лә баштүбән) күсермәләр ине, ҡарағыҙ:
Уға ҡалһа мин үҙем дә заманында шуларҙан файҙаланып (сөнки “ғилми бит!) сайтымдағы “Карталарҙа башҡорттар” тигән хеҙмәтемә күсергәйнем, әммә шик-шөбһә тыуҙы. Иғтибарлыраҡ баҡһаҡ, ысынлап та, уларҙағы әҙәм ышанмаҫ буталсыҡтан бармағыңды тешләп тороп шыңшырлыҡ: донъяның дүрт тарафы, Көн менән Ай тыуышы, йылғаларҙың ағышы – бөтәһе битәбиғи-киреһенсә, ҡалаларҙың ҡайҙа урынлашыуы – үҙҙәре бер серле йомаҡ, ни өсөн? Баҡтиһәң, арпалыҡлы (бюджеттан эш хаҡы алыусы) ғалимдарыбыҙ башҡа (урыҫ) авторҙарҙың хеҙмәттәренән күсереп алынған киҫәк-миҫәк карталарҙы өн менән төш араһында, тип әйтерлек, күҙаллап, шаҡшы шайтан ҡотҡоһона бирешкән, һөҙөмтәлә үҙҙәрен дә, беҙҙе лә ныҡ “ултыртҡан”. Әгәр ҙә ки шаҡшы шайтанды ҡыуып, хариталағы ер йөҙө һүрәтен Хоҙай Бабай үҙе нисек яралтҡан, әл-Идриси нисек һыҙатлаған тәбиғи хәленә ҡайтарырға теләһәк, бер генә әмәле бар – ҡомартҡыны ябай ғына ысул менән аҫтын өҫкә әйләндереп ҡуйып аяғөҫтө баҫтыртыу ғына шарт имеш. Сөнки беҙ белеп күнекмәгән шәреҡтеке картографтар, беҙ яҡшы белгән көнбайыштарҙан айырмалы булараҡ, Ер шарының үҙҙәре көн күргән көньяҡ яртыһын -- өҫкә, ә кафырйәндәрҙең шимал яғын аҫҡа теркәп сыймаҡлаған, ә беҙ бахырҙар шул “хәйлә”не абайламай эш ҡылған. Һемәйгән аҡыл эйәләребеҙ, моғайын, “бында беҙҙең ни ҡыҫылыш, өлкән ағайҙы ҡара!..” тип рәнйеүе бик ихтимал, ләкин беҙҙәргә сәйнәргә ғилми сүбек ҡаптыртыусы “өлкән ағай” үҙе үк был мәсьәләлә ваҡыт-ваҡыт һөрлөгә, өҫтәүенә, башҡорт ғалимдарының икмәген уртаҡлашырға уның теләге лә, форсаты ла юҡ һәм ифрат дөрөҫ уйлай: ҡәҙерле шәкерттәребеҙ, әгәр ҙә кәрәк икән, үҙ баштарын эшләтеп күнекһендәр! ҡанә һуң, берәйһебеҙ мәркәз Санкт-Петербургка үҙе барып, Рәсәй милли китапханаһындағы академик Конрад Миллер фондын асып ҡараһа, баяғыса, хата өҫтөнә хата китмәҫ ине, тим. “Өфө-2” башҡорт ҡалаһының, академик Н.А. Мәжитовтың булмышына аяҡ салып маташыусы яһилйәндәр ана шуны файҙаланып көсәнә: юҡтанмы ни әлеге лә баяғы “маһир” В.А. Иванов коллегаһы Мәжитовты бөйөк асышы менән ҡуша тапап ташларға тамшанып, донъяны шаулатҡан “Өфө-2” башҡорт ҡалабыҙҙы “уйлап сығарылған миф” тип атаны (интернеттағы ның 12 апрель 2012 йыл битендә). Тимәк, тарих фәнендә икеле-микеле әсбаптарға таяныу – тишек кәмәлә диңгеҙ кискәндәй...
Хаталарыбыҙ артабан үрсемәһен, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙҙы ла аймылыш ҡылмаһын өсөн, шул мөхтәрәм әл-Идриси картаһының аҫтағы төньяғын нәҡ “үҙебеҙсә” өҫкә әйләндереп ҡуйып, беҙҙең өсөн әһәмиәтле тарихи Башҡортостан (Эске Башҡорт һәм Тышҡы Башҡорт) ерҙәрен иңләгән өлөшөнә иғтибар итәйек. Ер-һыу атамаларының күбеһе, урын наҡыҫлығынан, номерлап билдәләнде, ғәрәпсәнән мөмкин булғанса тәржемәләре һәм аңлатмаларыбыҙ һүрәт аҫтына төшөрөлдө.
Бынағайыш тамаша: күптәребеҙ ҡайҙа ҡуйырға белмәй аптыраған Масра һәм ҡасра ҡалаларыбыҙ -- Кама йылғаһының, Журжан һәм ҡараҡая – Ағиҙелдең һул ярында урынлашҡан булып сыҡты (ҡурҡыныс Башҡорт ҡалаһы хаҡында айырым). Инде нумерацияға күсәйек (һәр һандан һуң бирелгән беренсе һөйләм әл-Идрисиҙыҡы):
1. Муйтән еренең ҡырыйы. (Был атаманы, яңылыштырып, “Еҫле ер” тип уҡығандар һәм шул дауам ителә). Ергә исеме бирелгән Муйтән-бей (батша), билдәле булыуынса, Үҫәргән ҡәбиләһе башҡорттарының бабаһы. “Үҫәргән” атамаһы иһә, минеңсә, Әсә-Бүре-Көн -- Әсәүергән – Үҫәргән рәүешле яһалған, йәғни ҙә ки мифик Әсә-Бүрегә һәм уның күктәге һынланышы Көнгә (ҡояшҡа) табыныусы үҫәргән-башҡорттар. Боронғоса әйтелештәге “йорт көбәге” эт тә шул уҡ ҡулға эйәләштерелгән бүре тоҡомо булғанлыҡтан, сит ҡәүемдәр үҫәргәндәрҙе “нуғай” (эт, эткә табыныусы) тип тә исемләгәндәр. ҡәбиләнең Бүре-Атасҡа (ата бүрегә) табыныусы тармағы иһә Бүре-атас – Буртас тип йөрөтөлгән. Әл-Идрисиҙән әүәлерәк йәшәгән һәм ижад иткән Мөхәммәт әл-ҡашғари китабында “дөрөҫ төрки тел”леләр иҫәбенә керетелгән үҫәргән башҡорттары Туҡсаба бабабыҙҙың тоҡомдары рәүешендә Туҡсы (туҡсабасы) тип теркәлгән.
2. Муйтән ере яҡ.
3. Муйтән еренең төньяғы.
Муйтән-бей (батша) ерҙәренең боронғо ғәрәп географтары тарафынан дөйөм аталышы – Эске Башҡорт. Идриси картаһына бәйле тоҫмаллағанда уның яҡынса әйләнә (периметр) һыҙығы төньяҡлап -- көнсығыштағы Урал тауҙары артындағы Обь йылғаһынан алып көнбайышҡа табан Ағиҙел йылғаһының һул яры буйынса һуҙылып, көньяҡҡа боролған Ағиҙел-Иҙелдең һул ярындағы Буртас (хәҙерге Самара?) ҡалаһы аша Тын (Дон) үҙәненәсә етеп, көнсығышҡа табан ҡара диңгеҙҙең төньяҡ яр буйынан артабан Кавказды иңләп үтеп, Каспий диңгеҙенең көнсығыш ярындағы Сыр-даръя һәм Әмбә (Эмба), Яйыҡ (Урал) йылғалары бассейндарын үҙ эсенә алып, көнсығыштағы Урал тауҙары артындағы ҡыртыш (Иртыш) йылғаһынаса тартыла. Ағиҙелгә Оло Инйәр менән Үҙән (картала улар исемһеҙ) килеп ҡушылған тәңгәлдән түбәндәрәк йылғаны һул яҡлап урынлашҡан Журжан (боҙоп яҙылмыш Үҫәргән), моғайын, Эске Башҡорттоң баш ҡалаһы булғандыр. Ошо ҡала исеме Мөхәммәт әл-ҡашғариҙың китабына теркәлмеш боронғо (һәм байыраҡ мәғлүмәтле) картала Өфө йылғаһы тамағындағы хәҙерге Өфө ҡалаһы урынына ҡуйылған. Тимәк, сал-боронғо Өфө ҡалабыҙ Муйтән-бей (батша) заманында ана шулай, уның ырыуына бәйләп, Журжан тип тә йөрөтөлгәндер.
4. Башҡорт-төркиҙәр ере. “Башҡорт” этнонимы, минеңсә, Боҙаҡ-ир-ат тигәндән килеп сыҡҡан, йәғни Боҙ бүгәйе (үгеҙе) Бизон-Боҙаҡҡа (Быҙауға) һәм уның күктәге һынланышы Айға табыныусы ир-аттар. “Боҙан” исеме бара-тора “Болан”ға, ә ул “(А)Болан”ға – Аполлонға (гректарҙың да Хоҙайына) әүерелгән.