RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Дежур телефон» тыңлай

13.04.2012 «Дежур телефон» тыңлай

Берәүҙәрҙе – пенсия, икенселәрҙе – эсәр һыу, өсөнсөләрҙе мәктәптә аҡса йыйыу мәсьәләһе борсой
– Баймаҡ районының Әбдел­кәрим ауылынан Зифа Мора­това булам. 54 йәштәмен. 1975 йылдан бирле Баймаҡ ҮҘӘК район дауаханаһына ҡараған ауылдағы участка дауахана­һында эшләнем. Былтыр ҡыҫ­ҡартыуға эләктем. Пен­сияға сығырға теләгәйнем. Иптә­шем – инвалид. Пенсия фондына барғайным, начальнигы Роза Вәлиәхмәтовна, мәш­ғүллек үҙәгенә иҫәпкә торорға кәрәк, ти. Унда барһам, пенсия фондына ебәрәләр. Шундай бер ҡулса килеп сыҡты. Ярҙам итмәҫһегеҙме?
Был һорауға Пенсия фондының Баймаҡ ҡалаһы һәм районы буйынса бүлексәһе начальнигы Роза Мараҡанова былай тип яуап бирҙе:
– Беҙ Зифа Моратованың документтарын ентекләп тикшерҙек. Эйе, уға эшенән ҡыҫҡартылғандан һуң урындағы мәшғүллек үҙәгендә иҫәпкә торорға кәрәк. Һәм унан беҙгә пенсияға сығарыр­ға тигән тәҡдим булырға тейеш. Шул беҙгә мәсьәләне хәл итер өсөн нигеҙ була ла. Һәр шишәмбе һайын район хакимиәте башлығы Илшат Сит­диҡов граждандарҙы ҡабул итә. Бер ҙә эше ыңғай хәл ителмәй икән, Зифа уға инеп, хәлен аңлатһын ине. Мин уның хәлен аңлайым, мәсьәлә хәл ителерҙәй.
– Азат Шәфиев, пенсионер, Дәүләкән районының Дүр­төйлө ауылында йәшәйбеҙ. Эсергә һыу юҡ. Димдән һыу алып эсәбеҙ. Ташҡын осоронда ул хәҙер бик бысраны. ҡышҡыһын колонкаларыбыҙ туңды. Нишләргә лә белмәйбеҙ. Ярҙам итә алмаҫһығыҙмы?
Ошо көндәрҙә юлыбыҙ Дәүләкән тарафтарына төшөргә тора, һис шикһеҙ, Дүтөйлөгә инеп, Азат ағай, Дим һыуынан ҡайнатылған сәйегеҙҙе эсеп ҡарарбыҙ.

– Йылайырҙан Сәлиә Нәбиева булам. Ауылға ҡайт­ҡан йәш уҡытыусыларға 100 мең һумлыҡ «подъемный» бармы һәм, булһа, уны нисек алырға?
БР Мәғариф министрлығының кадрҙар сәйәсәте бүлеге начальнигы Зөлфиә Мөкмин­шина яуап бирә:
– «2010 – 2012 йылдарҙа Башҡортостан Республика­һында педагогик кадрҙар» программаһына ярашлы, мәғариф системаһында яңы эш башлаған йәш белгестәргә бер тапҡыр дүрт оклад күләмендә аҡса түләү ҡаралған. Был мәсьәлә буйынса йәш белгес урындағы мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә тейеш. Сумма урындағы бюджет иҫәбенән түләнә.

– Баш ҡалаға яҡын райондан шылтыратам. Мин шул-шул булам (исем-шәрифен, адресын әйтте шылтыратыу­сы). Балам Өфөләге гимназияла 9-сы синыфта уҡый. Яңы йылдан һуң уларға тип 2 мең һум аҡса йыйҙылар. Беҙ былай ҙа ай һайын балабыҙҙы ҡарағандары, уҡытҡандары өсөн тейешле сумманы ла, өҫтәп һаҡ (охрана) өсөн 200 һум аҡса түләп торабыҙ. Мәктәптәрҙә аҡса йыйыу тыйылған, тиҙәр түгелме һуң?
Беҙ үрҙә һүҙ барған гимназияға шылтыраттыҡ. Дирек­торҙың урынбаҫары, был сумма ата-әсәләр советы ҡарары менән йыйылалыр, тине. «Ата-әсәләр был һәм башҡа һорау менән тура гимназия етәкселегенә мөрәжәғәт итә ала. Беҙ һәр балаға ла, һәр ата-әсәгә лә асыҡбыҙ», – тип тә өҫтәне ул.
Беҙҙең асыҡлауыбыҙса, мәктәп фондына аҡса йыйыу ирекле. Әгәр ата-әсәләрҙән аҡса йыйылһа, уның ҡайҙа, нимәгә тотонолоуы хаҡында шундағы попечителдәр советы отчет бирергә тейеш. Һеҙгә директорҙың үҙенә, ата-әсәләр советына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
– Йылайыр районының ҡаҙырша ауылынан Зөһрә Игебаева булам. 80 йәштән өлкәндәрҙе ҡараған өсөн 350 һум аҡса түләйҙәр. Был эшем минең хеҙмәт стажына инә аламы?
Зөһрә апай, мин һеҙҙән тулыраҡ мәғлүмәт алмағанмын, ахыры, Пенсия фондының Йылайыр районындағы бүлексәһенә шылтыратҡайныҡ, үкенескә күрә, өлкәндәр­ҙе ҡараусылар исемлегендә һеҙҙең фамилияны тапманылар. Һәм унда әйтеүҙәренсә, айлыҡ компенсацион түләү 1380 һум икән. Унда был йүнәлештә эшләгәндәр өсөн фонд справка бирә, һәм эш, әлбиттә, хеҙмәт стажына ла инә. Үҙегеҙ әлеге һорауығыҙ менән 2-10-53 телефоны буйынса Ольга Алексан­дров­на Щипя­кина исемле белгескә шылтыратып, был хаҡта белә алаһығыҙ.

– Әбйәлил районының Хә­лил ауылынан Бикә Дәү­ләтова. «Народный чековый фонд»ҡа ваучерымды һалғайным. Шул фонд әле бармы, эшләйме?
Интернеттан эҙләп ҡара­ғайныҡ, Бикә апай, һеҙ телгә алған «Народный чековый фонд» тураһында мәғлүмәт юҡ кеүек. Кеүек, тим, сөнки һеҙҙекенә оҡшаш исемлеһе – АОА «Народный фонд (элекке АООТ «Народный инвестиционый фонд»)» тигәне ха­ҡында хәбәр бар. Тик беҙ уларҙың адресын бирә алмайбыҙ, уның реклама булараҡ ҡабул ителеүе ихтимал.
Һүҙ аҙағында шуны иҫкәртәйек, аноним хәбәр­ҙәр ҙә, һорауҙар ҙа, ялыу­ҙар ҙа ҡабул ителмәй. Телефон һандары йәшерелгән булһа ла, шылтыратыуығыҙҙы ҡабул итмәйбеҙ.
Мөнир ҡУНАФИН дежур итте.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне