04.10.2010 Көйөргәҙелә эштәр көйлөмө?
Өфө-Ырымбур маршруты буйлап республикабыҙҙың иң көньяҡ районына яҡынлашҡан һайын юлдарҙың тигеҙлегенә, баҫыуҙарҙың таҙалығына, йорттарҙың төҙөклөгенә ҡарап, күңелдә тыуған шатлыҡ тойғолары артҡандан-арта. Кумертау ҡалаһын үтеп, Көйөргәҙе районы биләмәләренә килеп ингәс, ҡыуаныс тағыла үҫеп киткәндәй була. Ысынлап та, районда һуңғы бер нисә йылда байтаҡ ҡына ыңғй үҙгәреш булды. Был айырыусы белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ҡағыла. Район үҙәге Ермолаевкала ла, Отрада, Мораптал, Яҡшембәт, Яҡуп аулдарында лаяңы балалар баҡсалары, мәктәптәр, фельдшер-акушерлыҡ пунктары, дауаханалар ҡалҡып сыҡты, иҫкеләре төҙөкләндерелде.
Тәү ҡарашҡа районда бер ниндәйҙә хәл ителмәгән мәсъәлә юҡ кеүек. Ләкин был тәү ҡарашҡа ғына шулай. Хата ҡөйөргәҙегә беренсе тапҡыр килгән кеше, тышҡы матурлыҡҡа алданып, бында һуңғы йылдарҙа яман шешкә әйләнгән һәм бына-бына һытылырға етешкән проблемаларҙы күрмәүәлә ихтимал...
Дауамы бар...