04.10.2010 Тештәреңде кәштәгә һал
Власть аҙыҡ-түлеккә, башҡа тауарҙарға хаҡты күпме гене ауыҙлыҡларға тырышмаһын, ул һаман үрләгәндән-үрләй. Магазиндарға инһәң, һәр төр тауарҙың хаҡы тинләгән ерендә - тинләп, һумлаған ерендә һумлап арта. Һыуыҡтар төшкәс, алыпһатарҙарҙың эше көйләнде: ҡайһы ғына баҙарға барма, ҡайһы ғына магазинға инмә, аяҡ кейемдәрен һатып алырға бетең дә етмәҫ – 5-6-7 меңәр һум тора! Аллам һаҡлаһын, бер айлыҡ эш хаҡыңды биреп, итек һатып ал да, тештәреңде кәштәгә һалып ҡуй.
Ошо хаҡтарҙы көйләүсе комиссиялар барлыҡҡа килде, шикелле, тик уларҙың эше ҡағыҙҙа ғына микәнме ни? Оҙаҡламай сабаталарға кире ҡайтырбыҙ инде...