04.10.2010 Рәсәй менән Белоруссия һуғышасаҡмы?
Ил башлығы Дмитрий Медведев үҙ блогындағы сираттағы яҙмаһында Белоруссия президенты Александр Лукашенконың ике дәүләтте талаштырырға тырышыуын белдергән. Һайлауҙар алдынан (тиҙҙән Белоруссияла президент һайлауҙары үтә) Лукашенко кампанияһы Рәсәйгә ҡаршы «яу» асып маташа, имеш, Рәсәй етәкселеген «эттән алып эткә һүгә». Бер һүҙ менән әйткәндә, ике башлыҡ талаша. Ысынлап та, бер нисә көн элек Лукашенко Медведев командаһын үҙенә ҡаршы мәғлүмәт һуғышын ойоштороуҙа ғәйепләгәйне, хәҙер сират беҙҙең Президентҡа етте. Рәсәй менән Белоруссия ғүмер буйы дуҫ йәшәне, ике дәүләт халҡы бер туғандай. Советтар Союзы тарҡалып, Белоруссия үҙаллылыҡ алғас та Рәсәй уны ярҙамынан ташламай, быйыл ғына ла нефтте льготалы шарттарҙа һаттыҡ – аҡса менән иҫәпләгәндә, ярҙам ике миллиард долларға етә. Хәҙер килеп, Белоруссия етәксеһе, ярҙам юҡ, тип «илаулай», «ҡара» яу күтәрә. Түрәләр килешмәһә, яман эш сыға торған, Аллам һаҡлаһын. Былай ҙа бола яратҡан Рәсәйгә етә ҡалыр.