01.10.2010 Һуғышҡа әҙерләнәбеҙме әллә?
РФ Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Иванов белдереүенсә, киләһе ун йылда ил армияһын һәм флотын ҡоралландырыуға 22,5 триллион һум тотоноласаҡ. Триллиондағы нулдәрҙе генә лә күҙ алдына килтергәндә баш әйләнерлек. Ни өсөн шул тиклем сығымдар талап ителә һуң? Яҡын киләсәктә кем менәндер һуғыш көтөләме? Мылтыҡ-пушкаларға һәм күптән бәҫен юғалтҡан Рәсәй армияһын туйҙырыуға шул сама аҡса түккәнсе, илдәге хәйерселек, эшһеҙлек, эсекеселек, фәхишәлек, наркоманияны бөтөрөүҙөң һөҙөмтәле программаларын булдырып, шунда триллиондар һалырға кәрәк, минеңсә. Әйткәндәй, тәғәйен аҡсалар адресатҡа, был осраҡта обороналауға, ысынлап та барып етһә, ярай ҙа, юғиһә «юлда» уларҙы йыш ҡына «кәкре бармаҡлы» түрәләр эләктереүсән.