27.09.2010 Гүзәл әсә лә һин, уңған эшсе лә һин...
Матбуғат йортоноң һигеҙенсе ҡатынан тирә-яҡ ус төбөндәге кеүек кенә күренә. Көн дә күҙгә төртөп тигәндәй ултырған бер крандың көслө елгә аңҡы-тиңке килеп бәүелеүен күреп, ҡурҡышымдан ҡысҡырып ебәреүемә яныма ҡыҙҙар йүгереп килеп сыҡты. Телемде лә ҡалҡыта алмай, тегеләргә кранға төртөп күрһәттем. Улар «аһ!» итергә лә өлгөрмәне – кран ҡоланы. Тиҙ генә кейендек тә, фажиғә булған урынға йүгерҙек. Тәҙрәнән яҡын күренһә лә, алыҫ ҡына булып сыҡты. Барып етеүебеҙгә шау-шыу тынған, тик йыйылған ҡатын-ҡыҙҙарҙың ғына, арҡанға йәбешеп, бер ир ишараты командаһы аҫтында кранды торғоҙорға тырышыуы хайран ҡалдырҙы. Бына замана, ә! Йығылған кранды торғоҙоусы ла, юл ремонтлаусы ла, техника йөрөтөүсе лә - нәфис зат вәкилдәре. Тормош ҡайҙа бара һуң?!