22.09.2010 Бөтә Рәсәй күргәҙмә-йәрминкәһе
Нефтселәр мәҙәниәт һарайында Бөтә Рәсәй «Кейем-алым, аяҡ кейеме, текстиль» күргәҙмә-йәрминкәһе асылды. Тауарҙар ассортименты бик бай, һәм был сарала ҡатнашыусыларҙың бөтәһе лә Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Түбәнге Новгородтан, Туланан һәм тағы ла әллә ҡайҙарҙан килгән. Иң ҡыҙығы – Алтайҙан килтерелгән ҡорт балының сортының төрлөлөгө! һәр төрлө сәскә-үҫемлектән йыйылған балдың төҫө ап-аҡтан башлап ҡарағусҡыл һороға тиклем. Беҙҙә бал йәки һары, йәки һоро ғына төҫтә бит.
Бал тирәләй өйөлгән халыҡтың да продукция төрлөлөгөнән һушы алынған. Хатта бер апай: «Быйыл беҙҙә бал булманы бит – торғаны шәкәр, ә быларҙың балының тәме һәм сифаты!!!» - тип һоҡланды.
Ғөмүмән, алтайҙарҙың эшһөйәрлегенә иҫең китерлек: төрлө емеш-еләктән джем-вареньелары! Һырғанаҡ, ҡара һәм ҡыҙыл, кук көртмәле, ҡара ҡарағат һәм тағы ла әллә ниндәй затлы емештәрҙән джемдар телеңде йоторлоҡ. Үҙегеҙ барып ҡарағыҙ әле, йәмәғәт!
Тағы ла. Кавказ халҡының йүнселлеге бында ла сағыла: сәскәләр орлоҡтары менән тултырғандар. Күмәртәләп тә һатып алып була.
Беҙҙең үҙебеҙҙең генә тауарҙар юҡ бында…