20.12.2011 Әсәлек хисе уянған тауыҡ, нәнәйтехнология...
“Ацетон”: ”Башҡортостанда өләсәйҙәр башҡарған иң яҡшы эштәр – нәнәйтехнология тип атала”.
Нефтекама командаһы: “Уҡыусы ҡыҙҙар араһында белем сифатын күтәреү өсөн Мәғариф министрлығы алгебра китабы эсенә “Орифлейм” каталогынан хушбуй өлгөләрен һала башлаған”.
“3Ко”: “Әсәлек хисе уянған тауыҡ Авдондағы бар йомортҡаларҙы һатып алып бөткән”.
Нефтекама командаһы: “Биш йәшлек Павлик подъездағы бар яҙыуҙарҙы уҡығас, балаларҙың ҡайҙан алыуҙарын яҡшы аңлаған”.
Нефтекама командаһы: “Уҡыусы ҡыҙҙар араһында белем сифатын күтәреү өсөн Мәғариф министрлығы алгебра китабы эсенә “Орифлейм” каталогынан хушбуй өлгөләрен һала башлаған”.
“3Ко”: “Әсәлек хисе уянған тауыҡ Авдондағы бар йомортҡаларҙы һатып алып бөткән”.
Нефтекама командаһы: “Биш йәшлек Павлик подъездағы бар яҙыуҙарҙы уҡығас, балаларҙың ҡайҙан алыуҙарын яҡшы аңлаған”.
Көндәр ҡыҫҡарғандан-ҡыҫҡара, сатнама һалҡындар башланды. ҡояш яҡтылығы аҙ тәтегәс, кәйефтәр ҙә шәп түгел, һыуыҡтарҙан, әйтерһең дә, күңел дә өшөй. Юҡ, Яңы йыл алдынан былай йөрөү килешмәҫ! Оптимист булырға, күберәк шаярырға һәм көлөргә кәрәк.
Баш ҡалабыҙҙағы Конгресс-холда “Шаяндар һәм отҡорҙар” клубының финал уйынында булыусылар үҙҙәренә бик оҙаҡҡа етерлек көс-дәрт тупланы. Сараны БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойошторҙо. КВН-дың йәштәрҙең яратҡан тамашаһына әйләнеүен залда энә төртөрлөк тә урын булмауы асыҡ дәлилләне. ҡыҙҙар һәм егеттәр уйын башланмаҫ элек үк ҡыҙыҡ тамашаға өмөт итеп тулҡынлана ине. Ә көйәрмәндәр командаларының исемен телдәренән төшөрмәне.
Миҙгел башында ун биш команда уйын башлағайны, шуларҙың өсәүһе генә финалға барып етте. 2011 йыл чемпионы исеменә Стәрлетамаҡ физик культура институты, БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы (“3Ко”), Нефтекама ҡалаһының йыйылма командалары дәғүә итте. Шулай уҡ РФ Эске эштәр министрлығы институты егеттәре (“Ацетон”) ҡатнашты.
Командалар бик етди әҙерләнгән. Һәр береһе тамашасыларҙы шаҡ ҡатырырға, көлдөрөргә тырышты. Бик бай фантазиялы, үткер телле уйынсылар залды шаулатты ғына, көлә-көлә һындар ҡатты. Нефтекаманың йыйылма командаһы “Владимир Путин”ды саҡырһа, “Ацетон”дар “Арғымаҡ” этнотөркөмөн сәхнәгә сығарҙы. Ә “3Ко” командаһы үҙенсәлекле “Казаки” украин төркөмөн эләкләне. Ә бына Стәрлетамаҡ физик культура институты командаһы сығыш яһаған саҡта сәхнәгә республика Президенты үҙе килеп сыҡмаһынмы?! Ул ялҡынлы сығышынан һуң... сәхнәне дер һелкетеп бейей ҙә башланы. Тамашасылар хатта бер аҙға албырғап та ҡалды. Баҡтиһәң, ул республика етәксеһенә бик оҡшаған кеше икән. Һәм нәҡ “Президент” ярҙамы менән Стәрлетамаҡ физик культура институты командаһы еңеү яуланы ла. Улар Сочи ҡалаһында уҙасаҡ “КиВиН – 2012” фестиваленә барасаҡ. Бөтә ҡатнашыусыларға ла ҡиммәтле бүләктәр, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Ә иң мөһиме – тамашасылар рәхмәте һәм алҡышы һәр кемдең өлөшөнә мул тейҙе.
Мария Ефимова.