10.12.2011 Йүкә түгел, ҡайыш өҙөлдө...
һамар өлкәһендә Ейәнсуранан дүрт егеттең ғүмере өҙөлгән
Ейәнсура районына сәфәрем ваҡытында Абзан ауылынан ҡайтып ҡына тора инем, баш мөхәррир шылтыратты. «Беҙҙең райондан дүрт ир-егеттең мәйетен Һамарҙан тейәп алып килеп ырғытып киткәндәр икән. Ишеттегеҙме шул турала? Бик аяныс хәл бит был», − тиеүенән миңә уның ни өсөн шылтыратыуы һүҙһеҙ ҙә аңлашылды. Аңлашылыу ғына түгел, быуындарҙы дерелдәтте. Әле генә бит ауылдарҙан ҡайтып тороуым: эш юҡ, аҡса табайым, тип, ир-аттың ғаиләләренән ситкә китеүе арҡаһында клубтарға тик ҡарт-ҡоро, ҡыҙ-ҡырҡын, бала-сағаның ғына йыйылыуын үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Элегерәк, 60 – 70-се йылдарҙа, ауылда берәй мир йыйылышы булһа, иң алда ир уҙамандары, артта ҡатын-ҡыҙ ултырыр, ә балалар, ғөмүмән, ундай ергә индерелмәҫ ине. Әле иһә бөтә ил, халыҡ яҙмышын хәл итәсәк һайлауҙар алдынан бөтөн ғаләм хәстәрҙәре хәл ителгән саҡта донъя дилбегәһен нәфис зат вәкилдәренең сибек яурындарына йөкләп ҡуйыу яраған эшме ни? «Ауылда эш булмағас, ҡалайтаһың? Ғаиләне аҫрарға, балаларҙы уҡытырға кәрәк бит. Ауырлыҡ күрһәләр ҙә, сит-ят ерҙәрҙә төҙөлөштә эшләп, беҙгә әҙерәк аҡса ебәреп торалар инде», − тип ирҙәрен аҡланы нәфис, әммә шул уҡ ваҡытта үҙҙәрен көслө зат итеп күрһәтеп өйрәнгән ауыл ханымдары.
Шулайҙыр, бер Башҡортостанда ғына күҙәтелгән хәл түгел бит: бөтә Рәсәй хәҙер «бәхет»те ситтән эҙләй...
Насар хәбәр тиҙ йөрөй бит. Һораша торғас, дүрт түгел, ә биш егеттең мәйетен Һамарҙан тейәп алып килеп, һүҙһеҙ-ниһеҙ генә ысын мәғәнәһендә ырғытып китеүҙәре тураһында белдем. Егеттәрҙең икәүһе − Абзандан, бер ғаиләнән. Өсөнсөһө − Юлдаштан, өс йәшлек игеҙәк ҡыҙҙарҙың атаһы. Дүртенсеһе − район үҙәге Иҫәнғолдан, 1983 йылғы урыҫ егете. Бишенсеһе күрше Ырымбур өлкәһенең ҡыуандыҡ ҡалаһынан икән.
Юлдаш ауыл клубына йыйылған халыҡ араһында, аҡса табам тип, Һамарға сығып китеп, үҙ тәҡдирен шунда тапҡан 40 йәшлек Венер Ишеғоловтың әсәһе менән ҡатыны ла барлығын әйттеләр. Тик тота килеп уның әсәһенән йәки ҡатынынан нисек итеп һорашайым уларҙың ғаиләһенә килгән был фажиғә тураһында? Баҙнат итмәнем. Залда инәһенең − әсәһенең апаһы барлығын белгәс, уны саҡыртып сығарып, ғәфү үтенеп, йомошомдо әйттем. Һеңлеһенең ҡайғыһын яңыртып, унан һорашмауҙы Майсәрә апай Сарағолова ла хуп күрҙе һәм белгәндәрен үҙе бәйән итте.
Венер һөнәре буйынса иретеп йәбештереүсе булған. Бик тәжрибәле, алтын ҡуллы белгес, тип танытҡан егет үҙен. Эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ бәләһе инде: ҡарт әсәһен, ҡатынын, 3 йәшлек ике игеҙәк ҡыҙын ҡалдырып, Яңы йыл алдынан аҡса эшләп ҡайтайым, тип сығып киткән Һамар яҡтарына. Быға тиклем дә оҫта Силәбелә эшләп ҡайтҡан.
Апайҙың ишетеүенсә, Венер туғаны Һамарға бер үҙе түгел, ә Абзандан ағалы-ҡустылы Фәнил һәм Рауил Ямғыршиндар менән киткән. Ишле-иптәшле булғас, ул-был булыр тип ете ятып, бер төштәренә лә инмәгән. Венерҙың китеүенә өс аҙна үткәс, бер көндө Абзандан егеттең ҡатынына яман хәбәр килә. Имеш, Венер...
Бындай хәбәргә ышанып булырлыҡмы? Әсә-бисара, ышанмайынса, улының һау-сәләмәт ҡайтып күренерен бөтә йөрәге һәм дүрт күҙ менән көтә. Тик...
− Яман хәбәр һәр ваҡыт раҫ булып сыға бит ул: дүрт көн үтеүгә кис ҡырын ғына «ГАЗель» машинаһынан Венерҙың мәйетен төшөрөп киттеләр, − тип, Майсәрә апай күҙенә йәш алды. − Миңсара һеңлем хәҙер ни үле, ни тере түгел. Рәхәтме ни балаңдан ҡалып ултырыуы... Әле Венерҙың ҡустыһы Әнүәр ҙә Өфө яғында тракторҙа эшләп йөрөй. ҡалайтаһың, инде Әнүәребеҙ иҫән генә йөрөһөн... Ирҙәр ситкә − Мәскәү, Ырымбур, Себер яҡтарына китмәҫ ине лә, ауылда эш юҡ. Техникаһы булғандар улайтып-былайтып мал аҫрап көн итә лә ул.
Венерҙы ерләгәндән һуң, Миңсара апай исеменә Һамар өлкәһенән, улының эшләгән еренән, 40 мең һум компенсация ебәргәндәр. Тик, етем быҙауҙың ауыҙы ашҡа тейһә, мороно ташҡа тейә, тигәндәре хаҡ: документтарҙың Миңсара урынына Миңсира тип тултырылған булыуы хәйерһеҙ аҡсаны алыу мөмкинлегенән дә мәхрүм иткән. Бәлки, юллашып биреүсе кеше табылыр, тип өмөтләнә ҡатындар, сөнки мәрхүмдең ҡырҡын, унан йыллығын уҡытырға ла әҙме-күпме аҡса кәрәгәсәк.
Майсәрә апай Абзан егеттәрен дә, уларҙың ғаиләләрен дә бөтөнләй белмәй булып сыҡты. Кис еткәс, Ямғыршиндарҙы ҡайҙан һәм ҡалайтып табырға? Шул уй менән янып ултырғанда Юлдаш егете ярҙамға килде: «Апай, Абзанға берәйһенә шылтыратып, мәрхүм Рауил ағайҙың ҡатыны Фәниә апайҙы табығыҙ», − тип, телефон белешмәһен ҡулыма тотторҙо. Әлбиттә, иң тәүҙә Ямғыршиндар фамилияһын эҙләнем. Табып, номерын йыйҙым. Теге остан яғымлы ғына тауышлы бер апай фажиғәгә осрағандарҙың уларға туған түгеллеген, фамилиялаш ҡына икәнен белдерҙе, әммә ярҙамынан баш тартманы − Фәниәне уның күршеләре аша табырға була тип, күршеләренең телефон номерын бирҙе. Абзандар ихлас һәм ярҙамсыл икән: күршеләрендә Фәниәнең кеҫә телефоны номеры булған.
Һәм бына беҙ Фәниә Ямғыршина менән халыҡ концертҡа йыйылған клубта осрашабыҙ. Мөләйем генә йөҙлө, йәп-йәш, һылыу ҡатын. Тик йөҙөндә һәм күҙҙәрендә тәрән ҡайғы шәүләһе ята.
− Ирем Рауилға − 46, ҡайнағам Фәнилгә 48 йәш ине... − Күңеле тулышҡан әңгәмәсемдең бер аҙ тынысланыуын көтәм. − ҡайнағамдың армияла хеҙмәт итеп йөрөгән улы декабрҙә ҡайтырға тейеш ине, күрәһең, тереләй күрергә насип булмаған уға атаһын... Ә беҙҙең ике балабыҙ бар: өлкән улыбыҙ Радик БДУ-ның Сибай филиалында уҡып йөрөй, кесебеҙ Арыҫлан − 6-сы синыфта...
Фәниәнең һөйләүенсә, ағалы-ҡустылы Ямғыршиндар колхоз ваҡытында МТС-та эшләгән һәм икеһе лә иң яҡшы белгестәрҙән һаналған. Фәнил − иретеп йәбештереүсе, Рауил − слесарь. Колхоз бөтөүе был ирҙәрҙең генә түгел, ә барлыҡ колхозсыларҙың донъяһын селпәрәмә килтергән. Фәнил тәүҙә РТС-та, Рауил, бәлки, аҡсаһы ла, ашлығы ла булыр, тип, Ергән МТС-ы филиалында эшләргә мәжбүр була. Тик... Буш эшләй торған заман түгел бит. Өҫтәүенә, Рауил менән Фәниәнең өлкән улдары түләүле бүлектә уҡый, кеселәре Арыҫлан өс тапҡыр бөйөрөнә операция кисергән, тағы ла сираттағы операция көтөлә.
− Ошо бала менән ун ике йыл буйы Өфө юлдарын тапаныҡ. Участка дауаханаһы санитаркаһының, йәғни минең, эш хаҡым күпме генә инде?! Бына ошоларҙы күҙ уңында тотоп, Рауил ҡайнағам Фәнил, Юлдаштан Венер, Иҫәнғолдан тағы ла бер иретеп йәбештереүсе йәш егет менән, Иҙелбаҡ ауылынан Һамарҙа төҙөлөштә мастер булып эшләп йөрөүсе Рафаэль тигән ир-егеттең саҡырыуы буйынса, юлға сыҡты, − Фәниәнең һөйләгән һәр һүҙен «компьютер»ым теркәп бара: егеттәр Һамар өлкәһенең Волжский районындағы Смышлевка тигән ҡала тибындағы ҡасабаға барып урынлаша. Электр менән йылытылыусы вагонда йәшәйбеҙ, хеҙмәт килешеүе төҙөнөк, берәр мең һум аҡса бирҙеләр, һыуытҡыста ризыҡ тулы, блоклап тәмәке алабыҙ, телевизор ҙа бар, тип барыһын да теҙеп һөйләп тора Рауил ҡатынына телефон аша. 23 октябрҙән 17 ноябргә тиклем көн дә тиерлек шылтырата ул өйгә, ғаиләһенең, ата-әсәһенең хәл-әхүәлен белешеп, үҙҙәренең хәлдәрен дә белдереп. «Күпме аҡса ебәрәйем? 25 мең һум аҡса бирҙеләр», − тип һорай ул 15 ноябрь көндө. Һәм блиц-перевод менән 15 мең һумын күсерә.
Иртәгәһе көндә ни булырын, яңы көн ни алып килерен белһә ине әҙәм балаһы! Ул сағында күп бәлә-ҡазаларҙан, фажиғәләрҙән ҡотолоп, хаталарҙан, яңылыш аҙымдарҙан әрсәләнеп булыр ине.
− Был объектта эште бөттөк, иртәгә беҙҙе Сочиға ебәрәләр, тип шылтыратты 17-һе көндө кис Рауил миңә, − тип дауам итте Фәниә. − Күңелемә шом төшөп китте. Ярай, ҡайнағам ҡустыһының шаяртыуын, иртәгә икенсе объектҡа күсерәсәктәре тураһында белдерҙе, юғиһә йөрәгем шартлар ине. Арыҫланым ул көндө атаһы менән дә, олатаһы менән дә оҙаҡ итеп һөйләште. Ошо һөйләшеүҙәре һуңғыһы булды ла инде...
Һуңғы шылтыратыуында Рауил вагонда эт торғоһоҙ һыуыҡ булыуын, өшөүҙәрен әйтә − ниңәлер бөтә электр энергияһын өҙгән булалар. Йоҡларға ятырға йыйыныуҙары тураһында әйтеп, һүҙен тамамлай.
− Күңелем ниҙер һиҙгәндәй, Рауилға төнө буйы шылтыраттым, тик ул телефонын алманы. Төрлөһөн уйлап сыҡтым. Иртәгәһенә эштән һуң шул тиклем өйөмә аяғым тартманы. Хеҙмәттәштәремә: «Ниңәлер өйгә ҡайтҡым килмәй», − тигәйнем, ҡыҙҙар ни, көлкөгә һабыштырҙы. Кисен бәлеш бешерергә булдым − улары көйә лә сыға, көйә лә сыға. Фажиғә булырын һиҙеп ҡулыма эш бармаған, ахыры, − тип, тол ҡалған ҡатын эске кисерештәрен йәшерә алманы.
Егеттәрҙең үлеме тураһындағы хәбәр ауылға телефон аша килеп етә. ҡайғынан иҫһеҙ-оҫһоҙ йөрөгәндәрендә эңерҙә генә машина менән мәйеттәрҙе ишек алдына төшөрөп китеүҙәрен Фәниә яҙа-йоҙа ғына хәтерләй. Бер ниндәй документ та, аңлатыу ҙа юҡ − барыһын да һүҙһеҙ генә башҡарып, артабан юлдарын ҡыуандыҡҡа дауам итә Һамарҙан килгән урыҫтар.
− «Угарный газдан тонсоғоп үлгәндәр» тигән судмедэкспертиза ҡағыҙын ҡалдырып киткәндәр-китеүен, − тип, Фәниә үҙҙәренең был хәл алдында сараһыҙлығын күрһәтте. − Ни эшләргә лә, ни уйларға ла белмәйбеҙ. Хәҙер беҙ ни ҡыла алабыҙ инде?
Уның ауыр ҡайғынан ғына түгел, ә беҙ йәшәгән системаның ҡатмарлыҡтарынан, ауырлыҡтарынан шул тиклем дә юғалып ҡалыуы үтә лә ауыр йоғонто яһаны.
− Енәйәт эшен ҡуҙғаттырыу өсөн артынан йөрөр инем, бөтә ғаиләбеҙҙе ҡырып китерҙәр тип ҡурҡытыла. Кавказ халҡы сая бит − етәкселәре грузин булған тиҙәр. − Фәниәнең һүҙҙәре бисара әҙәм балаһының, бигерәк тә ябай кешеләрҙең бер нәмәнән дә ҡурсаланмаған һәм яҡланмаған икәнлеген дәлилләне. Ошондай ҡурҡыу-өркөүҙәр, икеләнеүҙәр, үҙ хоҡуҡтарыңды белмәү һәм яҡлай алмауҙан беҙҙе кем яҡлар һәм һаҡлар, ярҙам итер һуң?!
Абзан ауыл хакимиәте башлығы Нурғәле Бикбулатов яҡташтарын яҡындан белгән һәм уларҙы матур итеп иҫләп алды. «Өсөһөнөң дә ҡулдары алтын ине. Рауил иң ҡатмарлы техника узелдарын, двигателдәрен йомоҡ күҙ менән һүтеп-йыя алған белгес ине − ундайҙар эргә-тирәлә юҡ тиерлек. Теләк булғанда, эште ауылда ла табып була ине, сөнки уларҙың хеҙмәтенә ауылда ихтыяж бик ҙур. Мин уларға нисә тапҡыр әйттем был турала, юҡ, тыңламанылар», − тип ҡулдарын йәйҙе әңгәмәсем.
Элек өлкәндәр берәй сетерекле хәл-хәтәр тураһында һүҙ йөрөткәндә, әллә йүкә, әллә ҡайыш тәүҙә өҙөлә, ти торғайны. Һикһәнгә яҡынлашҡан Әхмәҙулла ағай менән ҡаты сирле Фәриҙә апай өсөн дә ғәзиз улдарының фажиғәһе аяҙ көндө йәшен һуҡҡан кеүек, һаман иҫтәренә килә алмайҙар...
Ейәнсура районы прокуроры Азамат Айрат улы Насировҡа был хәл буйынса мөрәжәғәт итмәйенсә булдыра алманым. Тик ул был фажиғә тураһында бер нәмә лә белмәй − бер кем дә ғариза менән мөрәжәғәт итмәгән. Ғариза яҙһалар, хәлде асыҡлар өсөн Һамар өлкәһе органдары менән мотлаҡ бәйләнешкә инәсәген белдерҙе.
... Быйылғы ҡыш башы, һуңғы йылдарҙа һис булмағанса, ҡар буйынса үҙ нормаһын үтәне. Зыяратта яңыраҡ ҡына ҡалҡып сыҡҡан ҡәберҙәр өҫтөндәге өйөмдәрҙе өҙлөкһөҙ яуған ҡар ер менән тигеҙләп тә ҡуйған. Әйтерһең дә, бер нисә көн элек кенә бында ер ҡуйынына азамат ир улдары инеп ятмаған да, уларҙың ҡәберенә бер ус тупраҡ ташлағандарҙың әсе күҙ йәштәре түгелмәгән. Ап-аҡ һәм саф ҡарҙар, гүйә, шул рәүешле Ямғыршиндар, Ишеғоловтар, Сусаниндар ғаиләләренә килгән ҡара ҡайғы эҙҙәрен юйырға, онотторорға теләй...
Рәшиҙә МӘХИЙӘНОВА.
P.S. Үткән шишәмбе кисендә Абзандан тағы ла бер ҡайғылы хәбәр килде: был юлы 40 йәш тирәһендәге ир уҙаманының − ҡоҙаҡаевтың мәйетен Силәбенән алып ҡайтҡандар...
Ниндәй үләт тейгән һуң ҡан ҡәрҙәштәребеҙгә?