07.06.2011 Кемдең ҡымыҙы иң тәмлеһе булыр?
Баймаҡ районының Темәс ауылында 18 июндә үтәсәк һабантуйҙа ҡымыҙсыларҙың район конкурс-күргәҙмәһе лә ойоштороласаҡ.
Ул Темәс ауылы халҡы ла әүҙем ҡушылған «Айыҡ ауыл – 2011» республика конкурсына бағышлана. Унда башҡорт милли эсемлеген шәхси етештереүселәр генә ҡатнашасаҡ. Конкурста ҡатнашҡан һәр кеше шифалы эсемлектең «визит карточкаһы»н тәҡдим итәсәк.
«Темәс» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Нур ҡолмырҙин әйтеүенсә, был сара иҫерткес эсемлектәрҙән баш тартырға теләүселәр өсөн бик ҡулай буласаҡ, шулай уҡ халыҡ үҙ ата-бабаларының мәҙәни мираҫына ғәмәлдә ылыҡтырыласаҡ. Был һабантуй байрамына мәртәбә өҫтәйәсәк.
Р. БАЙЫШЕВА.