RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Карталарҙы тулыраҡ ҡулланығыҙ!

26.05.2011 Карталарҙы тулыраҡ ҡулланығыҙ!

Бөгөнгө көндә бәлиғ булған рәсәйлеләрҙең яртыһында банк карталары бар. Шул уҡ ваҡытта был карталарҙы һәр икенсе кеше аҡса алыу өсөн генә тотона. Кешеләр, мәҫәлән, эш хаҡы бирелгән көндө карталарҙан аҡсаһына тулыһынса ала ла, икенсе эш хаҡына тиклем был карта хаҡында уйлап та бирмәй. Рәсәй халҡын һаман да магазиндарҙа, башҡа урындарҙа ошо карталарҙы ҡулланырға өйрәтеп булмай. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, телефон өсөн аҡса түләргә лә банкоматтарҙы ҡулланыусылар аҙыраҡ. Һәр хәлдә, көнбайышты ҡыуып етергә бик йыраҡ әле.
Башҡортостанда хәлдәр тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ - банк картаһы булған кешеләрҙең 93 проценты «пластикты» тик аҡса алыу өсөн генә тотона. Беҙҙең халыҡ тәүҙә шул аҡсаны банкоматтан алып, һуңынан сираттар тороп ниндәйҙер хеҙмәттәр өсөн түләүҙе, магазиндарҙа аҡса һанап тороуҙы хуп күрә. Нишләптер, банк картаһының уңайлыҡтарын аңлап бөтмәйҙәр. Ә бит был карталар өсөн аҡса түләнә. Карталарҙа тулы ҡеүәтенә ҡулланған осраҡта сираттар ҙа кәмер, кешеләрҙең әллә күпме ваҡыты ҡалыр ине.
Шулай ҙа был замана технологияһы буйынса ыңғай тенденциялар ҙа бар - 2009 йылдың аҙағында ғына ла карта ҡулланыусылар бер ярым тапҡырға кәмерәк ине. Артабан да карта алырға теләүселәр артҡандан-арта бара.
Әле РФ Дәүләт Думаһында универсаль электрон карталар сығарыу тураһында закон проекты ята. Был карталар түләү инструменты ғына түгел, хужаһы хаҡында тулы мәғлүмәт биреүсе лә буласаҡ. Унда паспорттағы мәғлүмәттәр, медицина страховкаһының номерына тиклем яҙылаҡсаҡ. Әйткәндәй, Башҡортостан ошондай пластик карталарҙы иң тәүҙә индереп ҡараған төбәктәрҙең береһе буласаҡ тип планлаштырыла. Универсаль карталарҙы 2012 йылда тарата башларға йыйыналар.
Лилиә СИРАЕВА.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне