16.05.2011 Туғыҙ йәшлек бала үлем тураһында нимә белә?
РИА-новости хәбәр итеүенсә, республиканың Әлшәй районында 9 йәшлек бала аҫылынып үлгән. Ул тәрбиәгә алған ғаиләлә тәрбиәләнгән булған. Тикшереүселәр фекеренсә, бала мәктәптә насар билдәләр алғанға ата-әсәһе иҫкәрткәне өсөн үҙ-үҙен үлтергән. Сабый йәшенән сығып та етмәгән бала ла суицидҡа барғас… Был беҙҙең йәмғиәттең ҙур бер бәләһе. Әйткәндәй, малайҙы тәрбиәгә алған ғаилә ыңғай яҡтан баһалана. Әле уның быға тиклем йәшәгән балалар йортонда үҙен нисек тотоуы тикшерелә.
Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, төбәктә байрамдарҙан һуң суицидтар бигерәк тә арта. Ата-әсәләргә белгестәр шуны еткерә: бала үлергә ҡарар итерҙән алда өлкәндәргә нисек булһа ла ишара яһай. Уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Балаһы үҙен сәйер тотоуын һиҙгән ата-әсә проблеманы хәл итеү яғын ҡайғыртһын. Һис юғында «Ышаныс телефоны»на (273-09-00) шылтыратырға мөмкин.
Йәш үҫмерҙәр үлеме, үкенескә күрә, илдең әле теге, әле был төбәгендә теркәлеп кенә тора.