16.05.2011 Хәҙер фән өлкәһендә лә ҡыҙҙар алға сыҡҡан
«Йәшел сауҡалыҡ» санаторийында бөтә донъя офтальмологтары өсөн мөһим сара үткәрелә - бында белгестәр күҙ ауырыуҙарын дауалау буйынса үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлашып ҡына ҡалмай, ә яҡташыбыҙ Гүзәл Бикбова уйлап сығарған заманса аппараттың нисек эшләүе менән яҡындаш таныша. Уникаль аппарат күҙ ағын, йәғни мөгөҙсәһен дауалау өсөн уйлап сығарылған һәм Рәсәйҙәге берҙән-бер ҡорамал булып иҫәпләнә. Ул сит ил аппаратына ҡарағанда күпкә арзаныраҡ та. Һәм, нимәһе тағы ла мөһимерәк, уның ярҙамында дауалау бушлай. Әле республиканың 150 кешеһе күҙен дауалаған.