12.05.2011 10 һум менән хушлаша башлағыҙ
Магазинда, йә булмаһа башҡа ерҙә иҫәпләшеү барышында 10 һумлыҡ аҡсаның табылмауы проблемаһы менән һәр кем осрашҡаны барҙыр. Ысынлап та, Башҡортостанда 10 һумлыҡ аҡсаларға дефицит барлыҡҡа килгән, уның ҡағыҙҙан эшләнгәне лә, тимере лә етмәгән төҫлө тойола. Ошо факт буйынса Башҡортостан Республикаһының Милли банкыһы рәйесе Ғәббәс Әхмәтшин аңлатма бирҙе.
Уның әйтеүенсә, 10 һумлыҡ аҡсаларҙың нисәүһен бәйләнештән алһалар - шул уҡ күләмдә яңыһын етештерәләр. 10 һумлыҡ аҡсалар республикала етерлек күләмдә бар. Тик уларҙың күп кенә өлөшө эшләмәй, халыҡтың муҡсаларында ҡала бирә.
Мәҫәлән, иҫтәлекле, тарихлы тимер аҡсалар араһында 10 һумлыҡтар күп кенә. Ә уларҙы нумизматтар үҙ ҡулына төшөрөргә тырыша һәм коллекция булдырып, бәйләнешкә сығармай. Шуныһы ла бар - 10 һумлыҡтар, башлыса йәмәғәт транспорттарында иҫәпләшеү өсөн тотонола. Бәләкәй магазиндарҙа ла был аҡсалар етерлек. Ә бындай урындар аҡсаһын кредит ойошмаларына алып барып тапшырмай. Һөҙөмтәлә, 10 һумлыҡтар маршрут автобустары, киоскылар тирәһендә генә йөрөй.
Ошо проблемалар менән бәйле, БР Милли банкыһы ваҡ аҡсаларҙы ла әүҙемерәк һәм һәр бер урында ҡулланырға саҡыра. Ә кредит ойошмалары бөтә тинлектәрҙе, тимер аҡсаларҙы ла ҡабул итергә тейеш. Бер кемдең дә һеҙҙән ваҡ аҡсаны алыуҙан баш тартырға хаҡы юҡ. Һәм, әлбиттә, граждандар үҙәре лә был проблемаға аңлы ҡарап, һәр бер тиндең дә аҡса икәнлеген иҫенән сығармаһын ине. Юҡһа, трамвай йәки троллейбуста билет өсөн түләү, йә булмаһа, кире ҡайтарып биреү өсөн ваҡ аҡсалар тотоноуҙан баш тартыусылар йыш осрай.
Рәсәйҙә 10 һумлыҡ ҡағыҙ аҡсаларҙы тимергә алыштырыу эше 2009 йылда башланды. Тап ошо ваҡытта ҡағыҙ аҡсаларҙы баҫыуҙан туҡтанылар. Тора-бара ҡағыҙ 10 һумлыҡтар бәйләнештән алынып, тулыһынса тимер 10 һумлыҡтарға ғына күсәсәкбеҙ. 2012 йылда ҡағыҙ 10 һумлыҡтар ныҡ аҙаясаҡ тип планлаштырыла.
10 һумлыҡ ҡағыҙ аҡсаларҙы бөтөрөү нимә менән бәйле икән тип аптырарға түгел - бөтәһе лә экономиялауға ҡайтып ҡала. ҡағиҙә булараҡ, номиналы түбән булған ҡағыҙ аҡсалар ярты йыл үтеү менән юҡҡа сыға, иҫкерә. Ошоға бәйле, 10 һумлыҡ ҡағыҙ аҡсаларҙы сығарыу күп сығым талап итә. Ә тимерҙәр, тәбиғи, оҙаҡҡараҡ сыҙай.
Лилиә СИРАЕВА.