12.05.2011 Спиртлы эсемлектәр тикшерелә
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы «Алкоголь - тәмәке» операцияһын үткәрә. Полиция составында спирт булған эсемлектәр, тәмәке продукцияһын етештереүсе предприятеларҙы тикшерә.
Бөгөнгө көнгә 800-ҙән артыҡ объект тикшерелгән, полиция тарафынан 50-нән артыҡ административ хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған. Законһыҙ рәүештә һатыуға сығарылған туғыҙ меңдән артыҡ литр спиртлы эсемлек тартып алынған. Биш енәйәт эше асылған, әле был факттар буйынса тикшереүҙәр дауам итә.
Операция барышында Өфөләге бер гараж кооперавында ете мең литрға яҡын суррогат алкоголь продукцияһы табылған. Ул һатыуға сығарыуға тулыһынса әҙер булған.
Лилия СИРАЕВА.