12.05.2011 Балыҡсылар үҙ хоҡуғын яҡлай
Беҙҙең илдә закондар кем һәм нимә өсөн сығарыла икән ул? Әле бына Башҡортостан балыҡсылары РФ Хөкүмәтенең һыу сығанаҡтарын балыҡ тотоу промыслаһына биреү тураһындағы ҡарарына ҡаршы сығып, РФ Хөкүмәтенә дәғүә белдереп, РФ-ның һәм БР-ҙың Юғары судына мөрәжәғәт иткән. Балыҡсыларҙың дәғүәһен ҡабул иткәндәр һәм судты 23 июнгә тәғәйенләгәндәр. Баҡһаң, Хөкүмәт ҡарары дөйөм ҡулланылыштағы һыу сығанаҡтарынан бушлай балыҡ тотоуҙы рөхсәт иткән федераль законға ҡаршы килә икән.
Суд хөкөмөн көтәбеҙ инде.