06.05.2011 Рәсәйҙәр өсөн бәхетле булыу кимәле
Рәсәйҙәр өсөн бәхетле булыу кимәле
Бөтә Рәсәй халыҡ фекерен өйрәнеү үҙәге рәсәйҙәрҙең күпселегенең бәхетле булыуын асыҡлаған. Бәхетлеләр баш ҡалала йәшәүселәр, йәштәр һәм юғары белемлеләр араһында күберәк.
Баш ҡалала йәшәгән йәштәр үҙҙәрен күберәк бәхетле тип һанай - ундай респонденттар нисбәте 18-24 йәшлектәр араһында 84 процент тәшкил итә, ә өлкәндәр араһында - 62 процент. Үҙен бәхетһеҙ тип һанаусылар йәштәр араһында 12 процент булһа, өлкәндәр араһында - 29.
Уртаҡ балалары булған ир менән ҡатын үҙҙәрен бәхетле һанай. Был юғары белемлеләр араһында көслөрәк - 80 процент. Матди яҡтан төрлө хәлдә булыусылар араһында ла айырма бар: үҙбаһа юғарыраҡ булған һайын бәхет тойғоһо ла көслөрәк. Бәхетлеләрҙең 90 проценты - етеш йәшәгәндәр араһында, 52 проценты - әҙ тәьминәтлеләр араһында.
Рәсәйҙәрҙең яртыһынан күберәге «ҡара көн»гә аҡса йыя. Рәсәйҙәрҙең 51 проценты ошо маҡсатта аҡса туплай, шул уҡ ваҡытта аҡсаларын йыйып барыусылар һаны былтырғы йәй менән сағыштырғанда 7 процентҡа артҡан.
Һорауҙарға яуап биргән ир-егеттәр менән ҡатын-ҡыҙҙар араһында үҙҙәрен бәхетле итеп тойоусылар тигеҙ - 72 процент.