RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Егәрленең ҡулы ете

06.05.2011 Егәрленең ҡулы ете

Ниһайәт, бар әҙәмде ҡыуандырып, күптән көткән сыуаҡ көндәр килде. Күңел үҙенән-үҙе тышҡа, баҡсаға, тарта. ҡыш аҡлығынан арыған күҙҙәр сағыу төҫтәр, йәшеллек эҙләй. Көрәк-тырма тоторға ҡысып торған ҡулдар күнегелгән хәрәкәттәр менән ер соҡой, түтәл ҡаҙа, һайлап-һайлап, һәр төрлө орлоҡтарҙы ергә төртә. Ә яҙы-йәйе тураһында ҡыш уртаһынан уҡ хәстәрләй башлаған уңғандар, йәшел үҫентеләренә ҡарап, һөйөнөп бөтә алмай. Йәш үҫентеләр ҙә көн, тупраҡ йылынғанын көтә - бер нисә аҙнанан улар сағыу төҫтәр менән тирә-яҡҡа нур һибәсәк.
Вәлимә апай Шәйхинурова «Башҡортостан сәскәләре» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә утыҙ йылдан артығыраҡ эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Белеме буйынса химик белгес булараҡ, ул питомникта сәскәләр һәм үҫемлектәрҙең сирҙәренә, ҡоротҡостарға ҡаршы көрәшкән. Әлеге көндә «Башҡортостан сәскәләре»нең республика халҡы араһында яуланған данында уның да хеҙмәт өлөшө бик ҙур.
Әле уны беҙ үҙе эшләп киткән коллективта тап иттек. Баҡһаң, ҡыҙыу миҙгел осоронда, бигерәк тә яҙын-йәйен, питомникта уның ярҙамына мохтажлыҡ ҙур икән. Әлбиттә, уның кеүек тәжрибәле белгес, кәңәшсе, егәрле, бигерәк тә түҙемле, ер менән эшләргә иренмәгән хеҙмәткәрҙәрҙе табыуы еңелдән түгел. Уға бит өйрәтеп, киҫәтеп тораһы юҡ, барыһын да үҙе белеп, тота һлып эшләп тә ташлай.
Вәлимә апай ҡуйы булып үҫкән бәрхәт сәскәһе үҫентеләрен айырып ултырта ине. ҡулдарына күҙ эйәрмәй: һәр үҫентене айырып алып, кәрзиндәге тупраҡҡа рәт-рәт итеп төртә. Беҙҙең күҙ алдында ғына ул ике-өс кәрзинде һә тигәнсе тултырып та өлгөрҙө. Эш ыңғайында беҙҙең һорауҙарға һәр сәскәгә ниндәй тәрбиә кәрәклеге тураһында кәңәшен дә бирҙе. Уның кәңәштәрен һәр баҡсасы үҙенең хәтер янсығына һалып ҡуйыр, моғайын.
Петунияны питомник шарттарында ғинуарҙа уҡ сәсәһең. Апрелдә ул сәскә ата ла башлай. Үҫентеләрҙе тупраҡ ҡатыш торф һалынған көршәктәргә, кәрзиндәргә, күнәктәргә ултыртырға мөмкин. «Әрһеҙ үҫемлек ул. Мин уны хатта иҫке итектәргә лә ултыртам», - тип көлөмһөрәне әңгәмәсебеҙ. Асыҡ урынды ла үҙ итә ул.
Петуния тағы ла шуныһы менән ҡулай: уны аҫып ҡуйып та, ерҙә лә үҫтереп була. Ултыртҡанда тамырҙарын бик тәрән күммәгеҙ - «муйыны» өҫтә ҡалырға тейеш. Аралары 40-50 см булһа, иң оптималь вариант. Оҙаҡ сәскә атһын тиһәң, сәскә атып бөтөп шиңгән сәскә таждарынан таҙартып тороу шарт.
Һыуҙы петунияның өҫтөнә һибергә ярамай - төбөнә генә самалап ҡойорға кәрәк. Ун көн һайын ашлап тороғоҙ (1 күнәк һыуға 1 аш ҡалағы азот, йәки 1 кв. метрға бер лейка иретмә). Азот ашламаһы үҫемлектең тамырын нығыта, һабаҡ-япраҡтарын көсәйтә.
ҡала урамдарын, дача участкаларын оҙай биҙәп тороусы тағы ла бер сәскә - бәрхәт сәскәләре.
Улар бик әрһеҙ. Өҫтәүенә, оҙаҡ, иртә яҙҙан ҡар яуғанға тиклем өҙөкһөҙ сәскә ата. Асыҡ һары, ҡуйы һары, сыбар бәрхәттәрҙе бордюр сәскәләре тип йөрөтәләр.
Уларға ла һыуҙы төбөнә генә ҡойоу тәҡдим ителә. Ул торфлы, тиреҫле еңел ерҙе ярата. Күсереп ултыртҡандан һуң тамыры нығынғас, тупраҡты азот һәм микроашламалар менән байытыу мөһим (бер күнәк һыуға 1 литр иретмә).
Вәлимә апай циния, георгин, тагетис, раузаларҙың да ошондай уҡ ашламаға битараф түгеллеге тураһында һөйләне. Ә ярангөл, бегония, гортензия кеүек сәскәләрҙе көршәктәрҙә үҫтереп, яҙын баҡсаға асыҡ урынға сығарып ултыртырға ла була. Көҙ иһә уларҙы өйгә алып инергә йәки, төптәрен бысҡы табы менән күмеп, подвалға төшөрөргә мөмкин.
Әйткәндәй, «Башҡортостан сәскәләре» питомнигында әле ҡыҙыу сауҙа эше башланды. Уның магазинына килеп ингән кешенең күҙе ҡамашыр - ниндәй генә төр сәскәләр һәм үҫемлектәр юҡ бында. Һәр береһенең исемдәрен иҫләп тә бөтөп булмай. Сиратҡа тороп, беҙ ҙә әллә күпме сәскәләр һатып алдыҡ. Питомник хеҙмәткәрҙәре Өфө һәм ҡала яны баҙарҙарына ла йәрминкәгә сыҡҡан. Тиҙҙән баш ҡалабыҙ уларҙың сәскәләренә күмеләсәк.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне