05.05.2011 Таджикстанда хеҙмәт иткәндәргә льгота буласаҡ
РФ Дәүләт Думаһы депутаттары Таджикстанда хәрби конфликттарҙа ҡатнашҡан һалдат һәм офицерҙарҙы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар статусына индемәксе. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Илшат Фәхретдинов парламентарийҙарҙың был аҙымын хуплай, был хәрбиҙәр льгота һәм аҡсалата түләүҙәргә лайыҡ тип иҫәпләй.Мозамбик, Египетта хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡандар был льготалар менән күптән файҙалана. Илшат Фәхретдинов 90 - сы йылдарҙа Абхазияла хеҙмәттә бүлғандарҙы ла хәрби хәрәкәттәр ветерандары исемлегенә индерергә кәрәк тигән фекерҙә.Депутаттар "Ветерандар тураһында"ғы законды майҙа ҡайтанан ҡараясаҡ.