05.05.2011 «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында яңы директор
Ғәлим яҡупов 1972 йылда Өфөлә тыуған, БДУ-ның филология факультетын тамамлаған. Журналист эшмәкәрлеген «Толпар» КТРК-һында мәғлүмәттәр хеҙмәтендә башлаған. Бер нисә йыл «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының яңылыҡтар хеҙмәтен етәкләгән, аҙаҡ генераль директор урынбаҫары булып эшләгән.
2004 йылда - «Новосибирск» дәүләт телерадиокомпанияһы» федераль дәүләт предприятиеһының «Новосибирск» компанияһын, «Новосибирск» бөтә Рәсәй телерадиокомпанияһы» федераль дәүләт телерадиокомпанияһы филиалын етәкләгән. 2007 йылда ул Өфөгә ҡайта һәм «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары вазифаһын башҡара. Гүзәл Ибраһимова БСТ етәксеһе итеп тәғәйенләнгәс, дәүләт телевидениеһынан китө һәм ошо көнгә тиклем мәҙәниәт министры урынбаҫары булып эшләй.
Хеҙмәттәштәре Ғәлим Яҡупов тураһында профессиональ репортер һәм белдекле етәксе булараҡ яҡшы фекерҙә.