10.04.2011 Көлкө көнөн Юморина менән ҡаршыланыҡ
Залга инеү менән бик күңелле тамаша буласағы һиҙелеп тора. Сәхнәнең түрендә оло экранда Путин башһыз кеше менән кул бирешеп торган һүрәт эленеп куйылған. Был и тапкыр тамашасылар өсөн һынау икән – кем дә кем иң кыҙыклы языу уйлап сыағра, шул фестивалдең махсус бүләген отасак. Әле тамаша башланырга ла вакыт байтак, ә залдан берәм берәм запискалар килә лә башланы. Сәхнәлә рус халык орнаменты менән биҙәлгән ултырғыстар теҙелеп куйылган. Гала –концертты башлап ебәреүселәр Краснокама районнының “Образцовый театр лошкарей ”Холмичи” өсөн икән. Сығыштары тамашасының күңеленә бик хуш килде.
Был юлы ла “Юморина”ның исеме есеменә тура килде тип әйтергә була. Ысын откорҙар, тапкырҙар йыйылганы күренеп торҙо – һәр сығыш үҙенсәлекле булды. Ҙур составлы командылар менән бер рәттән бары тик ике генә ҡатнашыусылы “Поколение”, “Меньше трех” командалары бик сифатлы уйын күрһәтте. Әйткәндәй, был ике команда аҙ һанлы булһа ла, үҙҙәрен сәхңәлә бик ҡыйыу тотоп, икенсе урынға лайыҡ булды.. “Поколение” командаһы үҙҙәренең юморы башҡаларҙан айырыласаҡ, тиеп иғлан итте Бигерәк тә "Вконтакте" социаль селтәрендә ултырыүҙы күрһәтеүҙәре күптәргә үҙҙәрен хәтерләтте. Был команданан уҫал ғына, етди һүҙле Олег фестивалдә иң шәп ир-егет ролен башкарыусы ла булды. Иң шәп көләмәс “Меньше трех” командаһыныҡы тип билдәленде. Ысынлап та, был команданың сығышы күптәрҙе хайран ҡалдырҙы. “Поколение” менән “Меньше трех” күп һанлы командаларга лайыклы ҡаршылыҡ күрһәтә алды. “Юморинаның” өсөнсө урынында - Башкорт дәүләт университетының филология факультетының “Принесенные ветром” командаһы. “Принесенные ветром”дың үҙенсәлеге шунда – командыда 4 ҡыҙ менән бер генә егет. КВН ир-егттәр уйыны, ҡатын-ҡыҙҙар барыбер булдыра алмай, тигән электән килгән фекер бар. Әммә был команданың сығышы бындай фекерҙе үҙгәртергә мәжбүр иткәндер. Улар хыянат, хоккей, ысын ир-егет ниндәй булырға тейеш, машина йөрөтөү хакында көләмәстәре менән ҡыҙҙарса ғына шаяртып, тамашасыны көлдөрҙө. ҡыҙҙарға ошо үҙенсәлектәрен юғалтмаһындар ине, тип теләйһе килә.
Быйылғы "Юморина"ла видеосъемка, видеоозвучка, видеонарезка, яңғыҙ сығыш яһау кеүек номинациялар ҙа бар ине. "Иң ҡыҙыҡ видео" номинацияһында Николай МоратовКа етеүселәр табылманы. Ул 2018 йылда булырга тейеш футбол чемпионаты Башкортостанда үтһә нисек буласағын беҙгә тасуирлап бирҙе.
Ә тапҡырҙарҙан-тапҡыр, үткерҙәрҙен үткер, иң-иңдәре тип Башкорт дәүләт аграр университетының “Ажиотаж” командаһы табылды! Ғөмүмән, был команда ярышҡа ныҡлап әҙерләнгән. Егеттәрр һәм кыҙҙар сәхнәлә уйнарға ғына түгел, күңел асырға, тамашасыларының кәкефтәрен күтәрергә сыҡҡандары күренеп торҙо.
Фестивалдең махсус призына лайыҡ булыусы - “Президенттың йылмайыуы өсөн кемдер башы менән яуап бирә” тигән яҙыу уйлап тапҡан УГАТУ студенты Дамир булып сыҡты.
Бына фестиваль шуның менән тамам. “Юморина”ла урынһыҙ көләмәстәр ҙе булманы түгел. Әммә был “Юморина” айырыуса сифатлы ине – республикабыҙҙа көлкө уйыны йылдан йыл тәжрибә туплап яңы баҫҡысҡа үрләй. Киләһе йылға “Юморина” тағы да ҡыҙыҡлыраҡ булырға тейеш, сөнки бындай тамашанан һуң беҙҙең талаптар тағы ла ҙурайҙы.
Әлиә Ниғәмәева