03.11.2019 Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе
Рәсәй профессиональ бокссыһы Сергей Ковалев ярымауырлыҡ категорияһында донъя чемпионы титулын һаҡлап ҡалыр өсөн Мексика атлеты менән осрашты.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы АҠШ-та уҙған бәйгелә беҙҙең 36 йәшлек чемпионыбыҙ 11-се раундта дәғүәсеһенең йоҙроғонан ауыр нокаутҡа ҡолап, билбауынан ҡолаҡ ҡаҡты. “Крушитель” атамаһын йөрөткән Ковалев, хатта тора алмай, сит ярҙамы менән аяғына баҫты.
Ә инде 29 йәшлек Сантос Сауль Альварес быға тиклем яулаған өс билбауына дүртенсеһен ҡушып, хәҙер дүрт ауырлыҡ категория буйынса донъя чемпионы булып һанала. Ул үҙ карьераһында инде 57 осрашыу уҙғарып, 54-ндә еңеү яулай. Шуларҙың 37-һен нокаут менән. Ике тапҡыр дәғүәселәре менән еңеүсене асыҡлай алмай һәм береһендә генә отола.
Ковалеа иһә, бәтәһе 39 осрашыу уҙғарып, 34-ндә ота, бер тапҡыр еңеүсене асыҡлай алмай һәм дүрт тапҡыр дәғүәселәренә отола.