02.11.2019 Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...
“Рәсәйҙә талантлы баларға күҙ йомоп, “текә” аҡсалы булғандарға иғтибар итәләр”, - тине Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһы хоккейсыһы Владислав Пшеничников.
Шуға ла уның фекеренсә, күптәр сит илгә китеү яғын ҡарай. Ул да 13 йәшендә Швецияға күсеп, хәҙер иленең икенсе лигаһында сығыш яһай.
“Беҙҙә тиҙ арала хоккей мәктәптәрендә үҙгәреш индерергә кәрәк. Мәҫәлән, Швецияла ул йәһәттән барыһы ла үҙеңдән тора. Әгәр талантлы икәнһең, һине күтәрергә әҙер генә торалар. Ҡыҫҡаһы, яҡшы һөҙөмтәле уйнаған уйынсыға ҙур спортҡа йәшел ут асыла”.