31.10.2019 Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды
Ошо көндәрҙә Сыңғыҙ модель китапханаһында "Беҙ шәхестәребеҙ менән көслөбөҙ" исемле Башҡортостандың 100 йыллығы айҡанлы ҙур сара уҙҙы. Ул районыбыҙҙың ғорурлығы булған яҡташтарыбыҙ – күренекле дәүләт эшмәкәре Зекериә Аҡназаров, тарихсы, ғалим Әнүәр Әсфәндиәров, билдәле композитор Хөсәйен Әхмәтов, фольклорсы-ғалим Салауат Ғәлин иҫтәлегенә арналды.
Ҡунаҡтарҙы китапханала балалар ҡурай моңо менән ҡаршы алды. Илдар Гөлбәитов Х.Әхмәтовтың "Тыуған ауылым” йыр-моңон яңғыратһа, "Йәнтөйәк"фольклор ансамбле ауылыбыҙҙың шәхестәре тураһында таҡмаҡтарын йырланы.
Кисәлә мәртәбәле ҡунаҡтар - З.Аҡназаровтың улдары Камил һәм Фәнил Аҡназаровтар, БДУ профессоры, яҡташыбыҙ Мирас Иҙелбаев, ҡурайсы,фольклорсы, Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдинов сығыш яһаны. Улар данлы яҡташтарыбыҙҙың тормош юлына байҡау яһаны, хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Минзәлә ШАҺМОРАТОВА.