31.10.2019 Саҡ туңып үлмәгән
Өфөлә урман зонаһында өшөгән ирҙе тапҡандар.
Һыуыҡтар башланып ҡына тора, ә тәүге өшөүселәр бар. Бөгөн иртән Президент Отелдән йыраҡ түгел эте менән урманда йөрөгән ҡатын тәрән соҡор эсендә бер ир ятыуын күрә. Ярҙамға ҡотҡарыусыларҙы саҡыра. Ҡотҡарыусылар отряды ирҙе соҡорҙан сығара, әммә унда нисек эләгеүен асыҡлай алмай. Ныҡ өшөгән ир һөйләшерлек хәлдә булмай. Уны “Ашығыс ярҙам” машинаһында дауаханаға оҙатҡандар.