31.10.2019 Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан
Кисә Өфөлә ҡурҡыныс юл фажиғәһе булған. Киске сәғәт 10-дар тирәһендә ҡаланың Ҡулса һәм Тыныслыҡ урамдары киҫешендә «Лада Гранта» һәм "Ford Fusion" автомобилдәре бәрелешкән.
Һөҙөмтәлә ике машинаны ла яҡындағы йортҡа алып ташлаған. Ҡотҡарыусыларға иномарканан кешеләрҙе сығарыу өсөн, машинаның кузовын бысырға тура килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның 22 йәшлек водителе һәләк булған. "Лада"ның водителен һәм сит ил машинаһының пассажирҙарын дауаханаға оҙатҡандар.