30.10.2019 Был ауылда уңған, айыҡ халыҡ йәшәй
Көйөргәҙе районының Яманһары ауылы халҡы бөгөн зыяратҡа ҙур өмә яһаны.
Улар мәңгелек йорттағы барлыҡ сүп-сарҙы, ағас ботаҡтарын йыйып, трактор арбаһына тейәп оҙатты. Урындағы инициативаларҙы хуплау программаһына ярашлы, яманһарылар зыяратты кәртәләй ҙә башлаған. Был изге эште ошо көндәрҙә тамамларға иҫәп тота ауыл халҡы.
Зыяратҡа өмә яһағандан һуң, кискә барыһы ла "Айыҡ ауыл - 2019" сараһына йыйылды", - тип яҙа "Юшатыр" гәзитенең "Бәйләнештә" сайтындағы төркөмө.