30.10.2019 Тыуған ергә бәйләп яҙмышты
Республикала крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барыла, яңынан-яңы программалар ҡабул ителә. Ауыл ерендә үҙ эшен асып, яҙмышын тыуған ере менән бәйләгән фермерҙар етерлек.
Мәләүез районының Арыҫлан ауылынан аталы-уллы Даян, Азамат һәм Раян Кәшәфетдиновтар тап шундайҙарҙан.
"2017 йылда Даян Тимерғәли улы ғаилә фермаһын үҫтереүгә грант алыуға ирешә. Ҡусҡар утары янындағы ташландыҡ ферманы һүтеп, ремонтлағандан һуң, дәүләт ярҙамы менән алты баш һыйырға һауын залы төҙөлгән, ике мең литр һыйҙырышлы һөт һыуытыу өсөн ҡорамал, һөт үткәргес һатып алынған, матди-техник база яңыртылған.
Быйылға фураж, бесән һәм башҡа мал аҙығы етерлек тупланған. Ҡышҡылыҡҡа мал яңы бинаға инәсәк. Фермала бөтәһе 100 баш һыйыр малы булһа, 45-е һауыла. Ике механизатор һәм һауынсы эшләй. Һөттө һөт-консерва комбинатына тапшыралар.
Аталары ярҙамында ауыл хужалығы тармағының нескәлектәрен үҙләштергән Азамат менән Раянды бер эш тә ҡурҡытмай. Азаматтың тормош иптәше Рузанна ла тырыша, машина менән һауыу операторҙары конкурсында ике йыл рәттән беренселекте ҡулдан ысҡындырмай. Әйткәндәй, уларҙы ҡотларға була: йәш ғаиләлә дүртенсегә сабый тыуҙы.
Булдыҡлы булдырыр, эшен дә уңдырыр, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Кәшәфетдиновтар халыҡты экологик яҡтан таҙа ауыл продукцияһы менән тәьмин итеү ниәте менән янып эшләй. Ҙур теләк менән эшләгәнгә лә эштәре уңышлы уларҙың", - тип яҙа уңған ғаилә тураһында Әҡлимә Имамова.