30.10.2019 "Әсәлек капиталы"на машина һатып алырға рөхсәт итеүҙәре бар
"Әсәлек капиталы"н хаҡы бер миллион һумға тиклем һәм беҙҙең илдә етештерелгән автомобилде һатып алыу өсөн файҙаланыу тураһында закон проекты ҡарала, тип хәбәр итә "Российская газета".
Был тәҡдимде "Ғәҙел Рәсәй" партияһы депутаттары индергән. Бала тыуғас, ғаиләнең машинаға ихтыяжы арта, тип иҫәпләй улар. Автомобиль двигателе кәмендә 125 ат көсө, өс урынлыҡ булырға тейеш.
Был закон ҡабул ителһә, ғаиләләргә лә, Рәсәй автопромына ла ярҙам буласаҡ, тигән фекерҙә депутаттар.
Бөгөн "Әсәлек капиталы"ның күпселек өлөшө торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн сарыф ителә.