29.10.2019 Шифалы шишмә һыуы өсөн ҡоҙоҡ ҡаҙғандар
Ауырғазы районының Мораҙым ауылы ир-егеттәре өмәләп ҡоҙоҡ ҡаҙған
"Һамай тауы янындағы шишмәләр үҙенең йомшаҡ, тәмле һыуҙары менән айырылып тора. Һуңғы 70 йылда ауыл тирәһендәге ерҙәр һөрөлөп, тауҙарҙа һарыҡ көтөүҙәре көтөлөп, бар ағас-ҡыуаҡлыҡтар ҡороно. Һөҙөмтәлә шишмәләр ҙә юғалды.
Ә төп Һамай ҡойоһо, эргәлә бер нисә скважина бырауланғас, элекке тәмен юғалтты.
Аылыбыҙҙың имам-хатибы Сабир Ҡоҙашевтың башланғысын ир -аттар күтәреп алып, ҡойо ҡаҙырға сыҡты. Дүртенсе көн ямғыр яуып торһа ла, унлап ир-егет өмәгә килде.
Изге эштең төп бағыусыһы Сабир Ҡоҙашев тарафынан тимер - бетон ҡулсалар һатып алынғайны. Ауылдаштарыбыҙ Венер Ғужин, Таһир Яхин, Мәғәфүр Ильясов, Раян Вәлитов, Йәмил Әюпов, Фәрғәт һәм Илфат Ҡоҙашевтар, Рушан һәм Байрас Ильясовтар, Рөстәм Һатлыҡов гөрләшеп эшкә тотондо.
Бындай өмәләр аҙна һайын ойошторолдо. Халыҡ ихлас ҡатнашты. Ҡоҙоҡ янына таш түшәлде, ауылыбыҙҙың инженеры һәм уйлап табыусыһы, һәр яуаплы эште үҙенең өҫтөнә алыусы Сынтимер ағай Сафин эшләгән һыу күтәргес "торна" ("журавль" тиҙәр) урынына ултыртылды.
Аллаға шөкөр, ҡоҙоҡтың һыуы тәмле, сөсө, етәрлек. Уға тлы химик анализ икенсе аҙнаға әҙер буласаҡ, тинеләр ауыл хакимиәтенән", - тип хәбәр итә Факил Дилмөхәмәтов.