29.10.2019 Кремль: Һалдат-срочниктың хеҙмәттәштәрен атып үлтереүе - шәхси характерҙағы фажиғә
Беҙ был ҡот осҡос хәл тураһында яҙғайныҡ инде ("Фажиғә сәбәптәре асыҡлана", https://www.ye02.ru/online/19971-fazhi-sbptre-asylana.html). Эйе, һүҙ Байкал аръяғы (Забайкальский) крайында һигеҙ кешене үлтергән һалдат хаҡында.
Ғәҙәттән тыш хәлгә бәйле Кремлдән комментарий бар.
РФ Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, был - шәхси фажиғә, уның буйынса Армия реформаһын ғәмәлгә ашырыу барышы тураһында фекер йөрөтөргә кәрәкмәй. Йәғни, хәрби реформаның ҡыҫылышы юҡ.
Президент был хәлгә ҡарашын белдермәҫ, моғайын. Сөнки, дәүләт башлығы булараҡ, был осраҡ уның туранан-тура бурысы түгел.
Әммә, тигәндәр Кремлдән, фажиғә сәбәптәрен ентекле тикшерергә кәрәк.
Үҙе хеҙмәт иткән частағы һигеҙ кешене атып үлтергән, икәүһен яралаған Рәмил Шәмсетдиновҡа ғүмерлек төрмә янай.