29.10.2019 Кешеләр уға аҡсаны үҙҙәре тапшырған
Баймаҡ районында бер ир халыҡты өс миллионға алдаған.
27 йәшлек ир дүрт йыл дауамында, мутлашып, өс миллиондан ашыу аҡса "эшләгән".
Ул водитель танытмаһы, хәрби билет, төрлө сертификат, хатта юғары белем тураһында диплом алыуҙа ярҙам күрһәтәм, тип вәғәҙәләгән.
Шулай уҡ "права"ны ҡайтарыу, уҡыу йорттарына инеү, машина һатып алғанда ярҙам тәҡдим иткән. Әлбиттә, был хеҙмәттәре өсөн аҡса һораған.
Тәүге осрашыуҙа үҙен төрлө хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тип танытҡан, исемде уйлап сығарған.
Ысынында иһә, бер ниндәй ҙә хеҙмәт күрһәтеү уйына ла инеп сыҡмаған. Аҡсаны үҙенең нужаһына тотонған.
Бөгөн был ирҙән 57 кешенең зыян күреүе билдәле. Уларҙан өс миллиондан ашыу аҡса алған аферист үҙенең ғәйебен тулыһынса таныған.
Суд алдаҡсыны дүрт йылға рәшәткә артына оҙатҡан. Бынан тыш, уға бурысын түләргә тура киләсәк.