29.10.2019 Батарейкаларҙы дөйөм сүплеккә ташларғамы инде?
Сентябрҙә беренсе һәм икенсе кластағы хәүефле ҡалдыҡтарҙың әйләнеше буйынса берҙәм оператор булдырыу тураһында федераль законға үҙгәрештәр индерелгәйне.
Әлеге көндә махсус зарараһыҙландырыу талап ителгән сүпте йыйыу мәсьәләһен хәл иткән ҡануниәттең акттары булмауы хәлде ҡатмарлаштыра . Беҙҙең республикала терегөмөшлө лампалар һәм батарейкалар йыйып, уны эшкәрткән «ЭкоСервис» үҙенең эшмәкәрлеген туҡтатҡан. Ҡурҡыныс һәм зарарлы ҡалдыҡтар бер ҡайҙа ла сортировкаланмай. Республикала йылына 90-120 тонна батарейка һәм терегөмөшлө ҡалдыҡтар йыйылыуын иҫәпкә алғанда, был ҙур проблема.