29.10.2019 Ҡытайҙар Башҡортостанда соя үҫтермәксе
Ҡытай инвесторҙары Башҡортостанда соя үҫтерергә һәм ауыл хужалығы техникаһы етештерергә итә.
Ҡытай бизнес-делегацияһы вәкилдәре Башҡортостандың үҫеш корпорацияһында республикала комбайндар һәм тракторҙар етештереү тураһындағы пландары хаҡында һөйләгән. Уларҙың фекеренсә, проект бик преспективалы, сөнки республика ғына түгел, тотош Рәсәй ауыл хужалығы техникаһына ҡытлыҡ кисерә. Һөйләшеүҙә тағы бер проект хаҡында һүҙ алып барыла – ул соя үҫтереү һәм уны эшкәртеү.
«Былтыр Ҡытай 90 млн тонна соя һатып алған, шуның 1 миллионын – Рәсәйҙән. Әле иһә уны үҫтереү өсөн уңайлы ер эҙләйбеҙ һәм Благовещен районына күҙ һалдыҡ. Унда был культураны үҫтереү өсөн уңайлы климат», – ти Ҡытай делегацияһы вәкиле Чжуан Енун.