29.10.2019 Бына исмаһам, намыҫлы ҡылыҡ
Рәсәй бокс федерацияһы быйыл уҙған еңел атлетика буйынса донъя чемпионатында уңышҡа ҡаҙанған Мария Ласицкене менән Анжелика Сидорованы аҡсалата премия менән бүләк итеп, уларҙы баһаларға булған.
Уларҙың икеһенә бишәр миллион һум аҡса биргәндәр. Аптыраған ҡыҙҙар федерацияға рәхмәт әйтеп, ун миллионды беренселектә ҡатнашҡан һәр атлетҡа бүлеп бирергә булды.
Һаман да дауам иткән допинг ғауғаһы арҡаһында донъя чемпионатында Рәсәйҙән бары 30 ғына атлет көс һынашты. Улар ике алтын, өс көмөш һәм бер бронза миҙал яулап уңышлы сығыш яһағайны.