29.10.2019 Башҡортостанда телдәге яман шешкә үҙенсәлекле операция эшләнгән.
Өфө хирургтары ауырыуҙың телендәге яман шеште ҡырҡып алып, зыян күргән өлөшөн тергеҙгәндәр.
Дүрт ай элек 62 йәшлек ир ашай алмай башлауына зарланып, табиптарға мөрәжәғәт итә. Асыҡланыуынса, телдәге яман шеш муйындағы лимфотөйөндәргә лә метастаза ебәреп өлгөргән. Республика онкодиспансеры табиптары шеште ҡырҡып алып, зарар күргән лимфотөйөндәрҙе һәм ауырыуҙың телен тергеҙгәндәр.
Республика онкодиспансерының бүлек мөдире Шамил Мусин әйтеүенсә, был – муйынға метастазалар ебәреп өлгөргән телдәге яман шешкә микрохирургик реконструкция менән эшләнгән тәүге операция. «Йыл һайын ошондай ауырыу менән 60 – 70 кешене дауаларға тура килә. Беҙҙең бурыс – бындай операцияларҙы яйға һалыу, йышайтыу. Ҡатмарлы операция дүрт этапта үткән. Операция өсөн тәғәйенләнгән микроскоп медиктарға ысын мәғәнәһендә ювелир эш башҡарырға – диаметры 3 миллиметрҙан 5 миллиметрға тиклемге микротамырҙарҙы һәм артерияларҙы, ҡан тамырҙарын тегергә – ярҙам итә.