28.10.2019 Рәсәйҙә яман шеш диагностикаһының уртаса йәшен билдәләгәндәр
Илебеҙҙең медицина ойошмаларында яман шеште асыҡлауҙың уртаса йәше 64,5 йыл тәшкил итә. Рәсәй клиник онкология йәмғиәтендә шундай мәғлүмәт яңғыраған. Ир-ат өсөн онкоауырыуҙарҙы диагностикалауҙың уртаса йәше – 64, 9, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн – 64, 2
Шул уҡ ваҡытта уҙған ун йылдағы күрһәткестең үҙгәреүе күҙәтелә. 2008 йылда яман сир менән ауырып китеүсе ир-аттың уртаса йәше – 63,8, ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы – 63,3 булған. Шулай уҡ 60 һәм унан да өлкәнрәк йәштәге төркөмдәрҙә ир-ат араһында ауырыуҙарҙың – 71, 3, ҡатын-ҡыҙҙар араһында 65,8 процент осрағы асыҡланыуы тураһында әйтелә.