28.10.2019 Эште овертаймда тамамлау хәйерлерәк
«Салауат Юлаев» командаһы ситтәге беренсе осрашыуын Минскиҙа урындағы «Динамо» хоккейсылары менән уҙғарҙы.
Белорусь уйынсылары әлегә Көнбайыш конференцияһында аутсайдерҙар рәтендә килә. Шуға ла уҙған бәйгелә улар юлаевсыларҙы ҡыҫырыҡлап, ике яуапһыҙ шайба индереп алға сыға. Ҡунаҡтар икенсе осорҙа Бурмистровтың тырышлығы менән иҫәпте ҡыҫҡарта төшә ә инде төп ваҡыт тамамланыуға бер нисә минут ҡалғас, әлегә лә баяғы Сошниковтың мәргәнлеге, иҫәпте тигеҙләүгә килтерә. Сошников тигәндән, хәҙер ул 12 гол индереп, «Салауат Юлаев»та снайпер булып һанала.
Өҫтәмә ваҡытта, юлаевсылар һөжүмсеһе Кугрышев быйылғы миҙгелдә ниһайәт голдарға иҫәбен асып, өфөләргә еңеү килтерә. Быйылғы миҙгелдә Цулыгиндың тәрбиәләнеүселәре ике овертаймда уйнап, икеһендә лә уңышҡа ҡаҙана, ә бына буллит серияһында бер генә еңеү яулап, өсәүһендә отола. Тимәк, беҙҙекеләргә эште буллит серияһына алып барып еткермәй, уйынды өҫтәмә ваҡытта тамамлау, хәйерлерәк.
Иртәгә «Салауат Юлаев» командаһы «Сочи» клубы менән сәкәләшәсәк. «Сочи» уйынсылары ла әлегә көнбайышта 17 мәрәй яулап, Минск хоккейсылары менән 10 – 11-се урындарҙы бүлешә.