28.10.2019 Ҡайһы бер власть органдары атамаһын үҙгәртте
Бер нисә минут элек кенә хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, республиканың башҡарма власть органдарының яңы структураһы билдәләнде.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, күп министрлыҡ һәм ведомство элеккесә атала, етәкселәре лә шул уҡ. Әммә бер аҙ үҙгәрештәр ҙә бар.
Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса БР дәүләт комитеты икәүгә бүленгән: Эшҡыуарлыҡ буйынса һәм туризм буйынса дәүләт комитеттары.
БР Иҡтисади үҫеш министрлығы Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы тип үҙгәртелә.
БР Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министрлығы артабан БР Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы тип йөрөтөләсәк.
БР Мәғариф министрлығы атамаһын БР Мәғариф һәм фән министрлығына үҙгәртә.
БР Мәғлүмәтләштереү һәм "Асыҡ республика" системаһы эше буйынса дәүләт комитеты хәҙер - БР Дәүләт идараһын цифрлы үҫтереү министрлығы.
Ә БР Социаль-иҡтисади үҫеште мониторингылау буйынса дәүләт комитеты Дәғүәселек сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты булараҡ эшләйәсәк.