28.10.2019 Хөкүмәттең яңы составы билдәле булды
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә БР Хөкүмәтенең яңы составын иғлан итте.
Уның һүҙҙҙәренсә, Радий Фәрит улы Хөкүмәтте үҙе етәкләйәсәк. Уның ике беренсе урынбаҫары була: Андрей Назаров менән Илшат Тажетдинов.
Ете вице-премьер: Рәйеф Әбдрәхимов, Илшат Фазрахманов, Ленара Иванова, Борис Беляев, Фәнүр Йәғәфәров, Ирек Сәғитов, Рөстәм Моратов.
Башлыҡ Указына ярашлы, 14 министрлыҡ, 11 дәүләт комитеты, 4 идаралыҡ, бер агентлыҡ һәм бер дәүләт инспекцияһы була. Бер аҙ үҙгәрештәр ҙә бар. Улар хаҡында әҙ генә һуңғараҡ уҡырһығыҙ.
Эштәрендә уңыштар теләйек!